Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистика һандары аяуһыҙ. Янғындар сығыу ҡурҡыныстары арта. Ошондай күңелһеҙ осраҡтарҙы булдырмау өсөн бер нисә кәңәштәрҙе иҫегеҙҙә тоторға кәрәк.
Мотлаҡ талап – төҙөк электр приборҙары менән генә файҙаланырға кәрәк. Электр йылытыусы ҡорамалдарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Айырыуса төнгөлөккә. Өйҙә, бинала тәмәке тартмағыҙ. Мейес менән һаҡ эш итегеҙ. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларға мотлаҡ рәүештә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ.
Ауылдарҙа янғын йыш ҡына мейестән сыға. Өй һәм гараждарҙы мейес менән йылытҡан осраҡта мейестең торошона иғтибарлы булырға, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәргә кәрәк. Башлыса янғын мейес үтә ныҡ ҡыҙыу, кирбестәр араһында ярыҡ барлыҡҡа килеү, яғып ебәреү өсөн еңел тоҡаныусан шыйыҡсалар һәм яғыулыҡ ҡулланыу, мейестән күмер төшөү сәбәпле килеп сыға. Мейес менән ҡулланғанда, түбәндәге талаптарҙы үтәү мотлаҡ:
- мейес һәм башҡа йылытыу приборҙары менән янып китеүсән конструкциялар араһында ара ҡалырға, мейес алдындағы ағас йәки янып китеүсән баш-ҡа материалдарҙан эшләнгән иҙәндә 0,5х0,7 м ҙурлығындағы тимер табаҡ булырға тейеш;
- яғылған мейесте ҡарауһыҙ йәки бәләкәй балаларға ышанып ҡалдырмаҫҡа. Сатлама һалҡындарҙа йыш ҡына мейесте оҙаҡ яғалар, һөҙөмтәлә уның айырым өлөштәре үтә ныҡ ҡыҙа. Әгәр был өлөштәр ағас стена йәки мебелгә тейеп тора икән, янғын хәүефе күпкә арта. Шуға күрә, көнөнә бер тапҡыр оҙаҡ итеп яғыуға ҡарағанда, көнөнә 2-3 тапҡыр сәғәт-сәғәт ярым яғыу яҡшыраҡ;
- мейес өҫтөндә һәм эргәһендә янып китеүсән материал һаҡларға, кейем киптерергә ярамай.
Көнкүреш электр йылытыу приборҙары менән файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу ҙа янғын сәбәбе булып тора.
Көндәр һалҡынайыу менән өйҙәрҙә, объекттарҙа, ҡоролмаларҙа, учреждениеларҙа, гараждарҙа өҫтәмә йылылыҡ сығанаҡтары – каминдар, рефлекторҙар, калориферҙар, ҡулдан яһалған электр йылытҡыстар барлыҡҡа килә. Өҫтәмә электр энергияһы сығанағы электр сымына көсөргәнеште арттыра, ә был электр сымы иҫке икән һәм ҡулдан яһалған электр йылытҡысы ҙур ҡеүәтле булһа, янғын сығыу хәүефе бермә-бер арта.