Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2024, 04:59

Ҡатын-ҡыҙҙың иң матур сифаттарын йыйған ул!

Үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙары һылыу, зирәк, отҡор, көслө рухлы булыуҙары менән күптәрҙе әсир итә. Тап шундай сифаттарға эйә булған, матур ҙа, аҡыллы ла, уңған да гүзәл заттарҙың береһе – Нәзифә Насырйәнова (Аҡҡужина) тураһында булыр киләһе һүҙем.

Ҡатын-ҡыҙҙың иң матур сифаттарын йыйған ул!Ҡатын-ҡыҙҙың иң матур сифаттарын йыйған ул!
Ҡатын-ҡыҙҙың иң матур сифаттарын йыйған ул!

Йомағужа ауылында Нәсимә Ҡорманғәле ҡыҙы менән  Әсҡәт Сәйфулла улы Аҡҡужиндарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға ауаз һалған Нәзифә.

Ғаиләһендә ике ағайына яратҡан һеңле, ата-әсәһенә ҙур ҡыуаныс булып тыуған ҡыҙ бала, бәләкәй саҡтан эшһөйәр булып үҫә. Ул бар яҡлап та әсәһенең оҫталығын, тормош тәжрибәһен үҙләштергән. Ҡыҙ бала бағыу – милләт тәрбиәләү, тигәндәй Нәсимә апай ҡыҙын киләсәктә тормош көткәндә ҡатын-ҡыҙға кәрәк буласаҡ бөтә эшкә өйрәтеп үҫтерә. 

Һөйөклө ҡыҙҙарының ҡәҙерле ата-әсәһенә рәхмәте сикһеҙ: «Матур тәрбиә биреүҙәрендә, юғары уҡыу йортон тамамларға ярҙам итеүҙәрендә ҡәҙерлеләремдең өлөшө баһалап бөткөһөҙ»,  –  ти, Нәзифә.

Мәктәптә уҡыған ваҡытында ла өлгөлө тәртибе, яҡшы уҡыуы, мәктәп һәм район кимәлендә ойошторолған барлыҡ сараларҙа лә әүҙем ҡатнашыуы менән ихтирам яулаған уҡыусы була. Мәктәп йылдарының иң мәртәбәле, иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәрен иҫенә төшөрөп ул, Мортаева Роза Аллабирҙе ҡыҙы исеменә булдырылған премияның нәҡ уға тапшырылыуын  әйтеп үтте. Йомағужа урта мәктәбен уңышлы тамамлап,  Өфө ҡалаһындағы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәбиғи-география факультетына эколог һөнәре буйынса уҡырға инә. Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң, артабан ул ошо уҡ йүнәлештә магистратураны ла ҡыҙыл диплом менән тамамлай.

Уҡыу йылдарында студенттар өсөн бик күп мөмкинселектәр була, бына шуларҙы ҡулланып ҡалырға тырышҡан Нәзифә лә вожатыйҙар әҙерләү курсын үтә. Ә был һөнәренең файҙаһын студент, оҙайлы йәйге ялдарҙа Йылайыр районының «Дуҫлыҡ» лагерында балаларҙың каникулдарын матур итеп үткәреүҙә ҡатнашып ҙур тәжрибә туплай.

Тәүәккәл, ижади ҡарашлы ҡыҙ  студент саҡтарында ла университет тормошонда ҡайнап йәшәй. Төрлө әҙәби-мәҙәни сараларҙа, ижади кисәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Фәнни мәҡәләләр яҙыуға күп өҫтөнлөк бирә, шулай уҡ Йылайыр районы йәштәр ойошмаһы вәкиле булып, бик  файҙалы һәм мөһим эштәр башҡарып өлгөрә. Уҡыуҙа ла, студент тормошонда ла ал-ял белмәгән студент, тик юғары стипендиялар ғына алып уҡый.

Тормошоноң «уҡыу, белем алыу» этабын лайыҡлы үтеп, Нәзифә буласаҡ тормош иптәше – Әбйәлил егете Хәйҙәр менән таныша. Улар өйләнешеп матур туйҙар яһап ике яҡты туғанлаштырып ҡуя. Артабанғы йәшәү урыны итеп йәш ғаилә күрше Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһын һайлай. Оҙаҡ көттөрмәй мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары Дарина донъяға тыуа.

Хәҙерге ваҡытта Нәзифә ғаиләһендә лә уңған, яғымлы, изге әсәй һәм һөйөклө ҡатын. Декрет ялында ла тик ултырмай, күңеленә ятҡан яңы эш – заказға торт бешереү, «тәмле» букеттар әҙерләү менән шөғөлләнә.

Бер ҙә ҡурҡыу белмәгән, һәр эштә камиллыҡҡа, яңылыҡҡа ынтылыусы Нәзифә юғалып ҡала торғандарҙан түгел, сәмләнеп, дәртләнеп Магнитогорск ҡалаһының «Идара итеү һәм хоҡуҡ» колледжында уҡыу бүлегенең белгесе булып эш башлай. 

Аҡыллы, камил кешенең донъяһы ла нурлы, эше лә, күңеле лә, йөҙө лә балҡып тора. Уратып алған кешеләр менән мөнәсәбәте лә яҡшы уның. Тап Нәзифә кеүектәр булғанда был донъяла ҡатын-ҡыҙҙың иң матур сифаттары һаҡланып ҡаласағына шигем юҡ!

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас