«Әсәй» тигән оло һүҙҙе,
Тәү башлап әйтә бала.
Әсәләрҙәй изге йәндәр,
Юҡтыр ул был донъяла!
Донъяла иң ҡәҙерле кеше – ул әсәй!
Минең әсәйем иң матур, иң егәрле, иң һөйкөмлө кешеләрҙең береһе. Ул минең тормош юлымда иң тоғро юлдашым, кәңәшсем һәм иң яҡын дуҫым.
Минең әсәйем – Әминә Минтимер ҡыҙы Шәрипова. Ул 1975 йылдың 16 мартында Ишмырҙа ауылында донъяға килгән. Ғаиләһендә улар ике ҡыҙ һәм өс малай үҫәләр. Әсәйемдең ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Ә үҙе тыныс холоҡло, шундай алсаҡ...
Әсәйем бик ныҡ гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата. Өйөбөҙҙөң һәр бер өҫтәлендә гөл үҫеп ултыра. Йортобоҙ йәмлерәк, матурыраҡ булһын, ти ул гел дә. Ҡәҙерле кешем йәй көндәрендә лә баҡсала тултырып төрлө сәскәләр үҫтерә.
Әсәйем бешергән аш-һыуҙар ҙа телде йоторлоҡ. Ул бәйләгән ойоҡ-бейәләйҙәрҙе кейеп ҡыуанабыҙ. Әсәйем мине үҙе белгән бөтә эштәргә лә өйрәтергә тырыша. Ә беҙ инде өй эштәрендә булышырға, әсәйгә ярҙам итергә тырышабыҙ.
Әсә – ул һөйөү, изгелек, аҡыл һәм уңғанлыҡ кеүек иң күркәм сифаттарҙы туплаған иң бөйөк зат, ул һәр кеше өсөн ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кеше. Беҙ уларҙың бөйөклөгөн, изгелеген тик Әсә көнөндә генә түгел, ә көн һайын хәтерҙә тоторға тейешбеҙ. Әсәйҙәр бер генә, уларҙың ҡәҙерен беләйек, уларҙы тәртипле, тәүфиҡле булыуыбыҙ менән ҡыуандырывп йәшәйек!
Әсәйем, гүзәлкәйем,
Күҙ нурым һин, гөлкәйем,
Нурланып сыҡҡан ҡояшта,
Яҡты һинең йөҙкәйең!
Фәниә ШӘРИПОВА.