Ҡәҙерле әсәйҙәр!
Һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм эшегеҙҙә уңыштар, сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар теләп ҡалабыҙ. Әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабыйҙарҙың киләсәге яҡшы булһын!
Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул, шуға күрә һеҙҙең алда баш эйәбеҙ!
Фәтихә ЙОМАБАЕВА.
Минең әсәйем
Әсәй бит ул һәр кешегә ғүмер бүләк итеүсе. Әсәй тиеп әйтеү менән донъя нурға күмелә.
Минең әсәйем Рита Зөфәр ҡыҙы. Ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Әсәйемде мин бик яратам, сөнки ул беҙҙе тәмле, татлы аштары менән һыйлай, ағайҙарым менән беҙгә матур, аҡыллы кәңәштәрен бирә. Үҫкәс мин дә әсәйемде тыңлап, уға ярҙам итеп, ҡәҙерләп кенә торасаҡмын. Уның кеүек аҡыллы әсәй булырға теләйем.
Аделина ҠАШҠАРОВА.