Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2024, 09:58

Гимназистар ярҙам итә

Йылайыр ауылының Шәйхзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусылары, етәкселәре Әнисә Әкрәм ҡыҙы Такаева менән берлектә махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам ниәтенән ҡорот киптереп оҙатҡандар.

Гимназистар ярҙам итәГимназистар ярҙам итә
Гимназистар ярҙам итә

Ғөмүмән алып әйткәндә гимназия коллективы хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙгә ярҙам йөҙөнән бик күп эш башҡарғандар. 11-се класс уҡыусыһы Зарема Таһированың әсәһе – Рабиға Йәнғәле ҡыҙы уҡыусыларҙың да ҡорот йомарлап, киптереү эштәрендә ҡатнашыуҙарын һәм шул уҡ ваҡытта үҫеп килгән йәш быуынға хәҙерге ауыр ваҡытта мәрхәмәтле, изге күңелле, ярҙамсыл һәм берҙәм булыу нисек мөһим икәнен аңлатыу ниәте менән бик күп кимәлдә ҡорот килтереп ошо изге эштең башҡарылыуының сәбәпсеһе булып тора.

Рабиға Йәнғәле ҡыҙы:

  • Һалдаттарыбыҙға ҡулымдан килгәнсе, мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышып торам, егеттәребеҙ имен-һау, теүәл генә тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын теләйем, – ти.

Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй  тип, уңған, өлгөр ун беренселәр тиҙ арала ҡоротто йомарлап, киптереп тә алғандар. Шундай изгелекле һәм ярҙамсыл балалар булғанда, киләсәккә ышаныс та ҙур! Әлбиттә был эште өйрәтеп, аңлатып тороусы класс етәкселәре Әнисә Әкрәм ҡыҙына ла рәхмәт. Үҙ сиратында ул да яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүҙә гимназия коллективы менән әүҙем ҡатнашып килә.  Күптән түгел аш бешереү өсөн йәшелсәләрҙән – картуф, тоҙло ҡыяр, сөгөлдөр, бәшмәктәрҙе таҙалап, бешереп алып килеп, гимназияла махсус аппаратта киптереп, һалдаттарға әҙерләгән.

Егеттәргә беҙ әҙерләгән һыйҙар тыуған өй йылыһын алып барһын. Теләгебеҙ бер – тиҙерәк Илебеҙгә тыныслыҡ килһен, яугирҙәр иҫән-һау ҡайтһын, – тип теләктәрен еткерә Әнисә Әкрәм ҡыҙы.

Ауыр мәлдә бергә булайыҡ! Беҙ, берҙәмлек менән көслө!

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас