Ете бала тәрбиәләүсе Гөлсәсәк Рәшит ҡыҙы менән Юнир Баймырҙа улының ғаиләһе ауылда ихтирамға лайыҡ, күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләләрҙең береһе. Ҡорған донъялары ла балҡып тора үҙҙәренең. Йылдың йылында баҡсаларында мул уңыш үҫтереп алалар, мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарайҙар. Әлбиттә, был эштәрҙә балаларының ярҙамы ла бик ҙур. Матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл зат гөл-сәскәләр үҫтерергә лә ярата, ваҡыты булғанда бәйләм эштәре менән дә булыша.
Мәҙәниәт йортонда йыйыштырыусы булып эшләгән Гөлсәсәк Рәшит ҡыҙы ауылдың мәҙәни тормошонда үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмай. Күп кенә гүзәл зат вәкилдәребеҙ кеүек, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән бергә махсус хәрби операцияһында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтеү эштәрендә бик әүҙем ҡатнаша. Үҙҙәренең өлкән улдары ла әлеге ваҡытта яу яланында беҙҙең ил тыныслығы өсөн хәрби бурысын үтәй.
Ҡатын-ҡыҙ донъя тотҡаһы тигәндәй орсоҡтай өйөрөлөп, йүгереп донъя көтөүсе Гөлсәсәк апайҙың көндәлек тормошона һоҡланмау мөмкин түгел! Ул тормош иптәше менән берлектә бынамын итеп донъя көтә, балалар тәрбиәләй, шул уҡ ваҡытта яғымлы ҡатын да, ҡулдарында ут уйнатҡан өлгөр һәм уңған хужабикә лә, хөкүмәт эшен башҡарған уңған эшсе лә.
Форсаттан файҙаланып Гөлсәсәк апай ҙа районыбыҙҙың мөләйем ҡатын-ҡыҙҙарын, әсәләрҙе ҡотлап йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәрен еткерҙе: байрам уңайынан барлыҡ әсәйҙәрҙе ҡотлайым, иң ҙур теләгем Алла бирһә тиҙерәк махсус хәрби операцияһы тамамланып, ир-егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған ерҙәренә ҡайтып, аяҙ күк йөҙөндә, тыныс илебеҙҙә йәшәргә насип булһын.
Изге теләктәрегеҙгә беҙҙә ҡушылабыҙ, һәм һеҙгә артабан да ғаилә усағын һүндермәй, ауыл тормошона йәм һәм ҡот өҫтәп йәшәүҙәрен теләйбеҙ!