Әсәй! Донъяла иң сибәре, иң һылыуы ул – әсәй! Шул уҡ ваҡытта әсә кеше һиңә кәңәш биреүсе лә, яҡын дуҫың да булып тора. Ул ғына балаһын аңлай, ҡеүәтләй, алға әйҙәй, баланың да тәүге һүҙе «әсәй» һүҙе менән тип асыла. Минең әсәйемдең исеме Рәшиҙә Хөснулла ҡыҙы Ҡашҡарова. Ул Матрай урта мәктәбендә йыйыштырыусы булып эшләй. Эше ауыр булһа ла яратып башҡара, беҙгә лә ваҡытын йәлләмәй. Өйҙәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәргә өлгөрә: тәмле ризыҡ әҙерләй, өйҙө йыйыштыра, кер йыуа, май бешә, ҡорот ҡайната... Уның шундай бөтмөрлөгөнә хайран ҡалам, нисек барыһына ла өлгөрә икән? Бер эшкә бәйләнһә, бөтмәйенсә ташлап китмәй. Йәй көндәре беҙҙең ишек алдыбыҙ сәскәләргә күмелә, сөнки минең әсәйем бигерәк сәскәләр ярата. Шуға ла мин уға бар эшендә лә ярҙам итергә тырышам, уҡыуҙа һәйбәт билдәләр менән ҡыуандырам. Ул да миңә кәңәштәр бирә, дәртләндерә, спорт өлкәһендә еңеүҙәремде күрһә, ныҡ ҡыуана.
Әсәй – ул мәңге һүнмәҫ, яҡты йылы ҡояш. Әсәй йылмайһа, бөтә донъя яҡтырып киткән кеүек була. Юҡҡа ғына халыҡта «Әсәһеҙ ғаилә – һүнгән усаҡ», – тип әйтелмәйҙер. Әсәйҙәрҙе ҡәҙерләргә, яратырға, хөрмәт итергә кәрәк, сөнки әсәй – берәү генә донъяла. Уның бар хәстәре – балаларын бәхетле, һау-сәләмәт үҫтереү, шуға күрә лә әсәйҙәрҙе рәнйетмәгеҙ, ауыр һүҙҙәр әйтеп, йөрәктәрен ҡыймағыҙ. Улар донъяла берәү генә.
Айнур ҠАШҠАРОВ, 9-сы класс уҡыусыһы.
Әсә – донъяла иң бөйөк зат. Ер шарында унан да изгерәк ниндәй йән бар һуң? Әсәй – дөрөҫ кәңәшсе лә, яҡшы серҙәш тә, иң матур, ҡәҙерле яҡын кеше. Баланы йөрәк түрендә йөрөтөп, ҡәҙерләп үҫтерә, илағанда йыуата, ауыр ваҡытта ярҙам итә, изге кәңәштәрен бирә, гел яҡшылыҡ теләй. Әйтерһең дә, ул сабыйы өсөн яралған зат. Уның барлыҡ хәстәре лә, хистәре лә, йоҡоһоҙ төндәре лә, ҡайнар күҙ йәштәре лә, эше лә, көсө лә тик бала өсөн. Балалары өсөн йәндәрен дә ҡыҙғанмаған әсәләр күп.
Бына шундай кешеләрҙең береһе – минең әсәйем. Исеме лә үҙе кеүек бик матур – Айгөл. Ул Йылайыр районы Япарһаҙ ауылында 1975 йылдың 7 февралендә татыу ғаиләлә донъяға килгән. Әсәйем балаларҙы бигерәк ныҡ ярата, шуға күрәлер үҙе алты бала әсәһе. Ул бигерәк тырыш, бөтә ергә өлгөрә, буш ултырғанын бер ваҡытта ла күргәнем юҡ. Йүгереп өйҙө йыйыштыра, кер йыуа, атайым вахта ысулы менән ситтә эшләгәс, бар мал-тыуарҙы ҡарау ҙа уның өҫтөндә. Әсәйемдең эше ауыр, Ҡамышүҙәк ауылында һауынсы булып эшләй. Беҙ, балалары, оянан осоп сыҡҡан ҡошсоҡтар кеүек, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралғанбыҙ. Руслан ағайым армияла, Әҙилә апайым Сибайҙа медколледжда, Арыҫлан ағайым Сибай гимназия-интернатының 11 – сы класында уҡыйҙар. Мин Матрай мәктәбендә уҡыйым. Аҙна буйына һағынып, ашҡынып ҡайтып инеүгә әсәй үҙенең мамыҡтай йомшаҡ, наҙлы ҡулдары менән яратып ҡосаҡлап алыуы – үҙе бер бәхет. Һәр беребеҙҙе хәстәрләп, шылтыратып хәлдәребеҙҙе белә. Беҙ ҙә әсәйебеҙҙе ҡыуаныслы хәбәрҙәр менән шатландырырға тырышабыҙ. Мин әсәйемде бик яратам, уның менән сикһеҙ ғорурланам.
Илһам МОСТАХЕТДИНОВ, 9-сы класс уҡыусыһы.
Минең әсәйемдең исеме – Айгөл Сәфәрғәле ҡыҙы Таһирова. Ул күрше Суртанүҙәк ауылында тыуған. Беҙҙең ғаиләлә 4 бала, ике өлкән апайым кейәүҙә, үҙҙәре донъя көтәләр. Шуға әсәйем ике ейәнсәренә яғымлы өләсәй ҙә. Улар килеүен түҙемһеҙлек менән көтә. Әсәйем телде йоторлоҡ бәлештәр бешереп, беҙҙе һыйларға ярата. Уның бәлештәре генә түгел, һәр бешергән ризығы ла тәмле. Ул ҡул эштәре менән булышырға ла өлгөрә, йылы бейәләй, ойоҡбаштар бәйләй, апайыма шарф, шапкалар бәйләргә өйрәтә. Әсәйем – өйөбөҙ йәме. Ул өйҙә булһа, шул тиклем яҡты, йылы, күңелле була. Ә бер ҡайҙа китһә, өй ҙә ҡараңғы, һыуыҡ булған кеүек.
Әсәйемдең тағы ла яратҡан шөғөлө – матур гөлдәр, сәскәләр үҫтереү. Йәй көндәрен баҡсаның гөл-сәскәгә күмелеп ултырыуы – әсәйемдең тырышлығы. Әлбиттә, мин дә көсөмдән килгәнсе ярҙам итергә тырышам: һыу ҡоям, утайым. Һәр эшкә яғымлы ҡараштары, матур теләктәрен әйтеп дәрләндереп тора минең ҡәҙерле кешем.
Онотмайыҡ, әсәйҙәребеҙ эргәлә икән, бәхетебеҙ ҙә эргәлә. Мин әсәйемде бик яратам, уның менән сикһеҙ ғорурланам. Әсәләр көнө уңайынан ҡәҙерле кешемә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйем. Һәр саҡ шат, бәхетле, йөҙөнән йылмайыу китмәһен! Ә бының өсөн мин барыһын да эшләргә тырышырмын.
Йәлил ТАҺИРОВ, 9-сы класс уҡыусыһы.
Мин шул тиклем бәхетлемен, сөнки әсәйем миңә был донъяға ғүмер биргән. Әсәй эргәлә булһа, шул тиклем рәхәт, өй эсе лә яҡты, йылы һымаҡ. Мин быны Балапан ауылынан Матрай мәктәбенә уҡырға килгәс кенә белдем. Интернатта ятып уҡығас, әсәйемде ныҡ һағынам, сөнки ул берәү генә донъяла. Минең ҡәҙерле әсәйем 1982 йылдың 29 июнендә Балапан ауылында тыуған. Уның исеме – Филүзә Илдар ҡыҙы Иҫәнгилдина. Ул Матрай урта мәктәбен тамамлағас, Ырымбур ҡалаһының юридик институтында уҡый. Хәҙерге көндә «Башҡорт баҡыр» комбинатында эшләй. Әсәйем минең – уңған хужабикә. Уның һәр ваҡыт өҫтәле тулы ризыҡ, өйө бөхтә, тәҙрә төптәрендә ниндәй генә гөлдәр юҡ. Ул һәр ваҡыт яғымлы, ағайым менән мине һәр эшкә лә өйрәтергә тырыша. Бер нәмә килеп сыҡмаһа, матур итеп әйтеп төҙәтә. Нимә эшләргә уйлаһаҡ та тыймай, хатта үҙе лә ҡушылып беҙгә ярҙам итә.
Шул тиклем һиҙгер бит ул әсә йөрәге! Балаларының кәйефен әллә ҡайҙан һиҙеп тора, уларҙан бер нәмәне йәшереп ҡалдырып булмайҙыр. Ә саҡ ҡына ауырып китһәк, әсәйебеҙ эргәнән дә китмәй, беҙҙе ҡарай, дарыуҙар эсерә. Шуға күрә лә мин әсәйемде ныҡ яратам, уның менән ғорурланам. Ауыр саҡтарында ярҙам итергә тырышам. Әсәйҙәр бер ваҡытта ла борсолмаһын, аурымаһындар ине ул! Ләкин тормошта әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белмәгән кешеләр ҙә осрай, улар ҡасандыр үҙҙәрен илағанда күтәреп йыуатҡан, асыҡһалар, ҡалаҡлап ашатҡан изгелектәрен онотҡандарҙыр. Шуға күрә әсәйҙәрҙең ҡәҙерен беләйек, уларҙы ихтирам итәйек! Күпме шағир әсәләр тураһында шиғыр яҙған, ә күпме матур йырҙар һалынған. Ысынлап та, әсәләр иң матур шиғырҙарға, иң моңло йырҙарға лайыҡ кешеләр! Мин дә иншамды Башҡортостандың халыҡ шағиры А. Игебаев шиғыры менән тамамлайым:
Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,
Унда күпме яҡтылыҡ!
Шул күңелдең яҡтыһынан
Тормош тағы балҡып китә,
Ерҙә арта яҡшылыҡ!
Нәргизә ИҪӘНГИЛДИНА, 9-сы класс уҡыусыһы.