Һалдаттарыбыҙға республикабыҙ һәм районыбыҙ халҡы бик әүҙем ярҙам итә башлағанын киң мәғлүмәт саралары аша ишетеп-күреү менән, беҙ ҙә – Яманһаҙ ауылы халҡы, изге лә, шул уҡ ваҡытта бик мөһим дә эштән ситтә ҡалмаҫҡа, ярҙам итеү теләге менән ауылыбыҙ башлығына мөрәжәғәт иттек. Кәңәшләшкәндән һуң маскировка селтәрҙәре хәрби зонала иң кәрәк әйберҙәрҙең береһе икәнлеген асыҡлап, уны әҙерләүҙе башлап ебәрергә ниәтләнек, – ти ауыл халҡы.
Яҡшы эштең иртәһе-кисе юҡ, тигән кеүек, кемдең ваҡыты, теләге һәм ҡул эшенә һәләте булған һәр кеше ҡатнашты был изге эштә. Күмәкләгән – яу ҡайтарған тип, бар көсөбөҙҙө һалып тырышып эшләгәндән һуң, бөтәһе 20 селтәр үреүгә өлгәштек. Үргән селтәрҙәр егеттәргә ҡеүәт өҫтәһен, аяуһыҙ мәлдәрҙән гүмерҙәрен һаҡлап ҡалһын ине, тигән изге ниәттә яманһаҙҙар.
Әлбиттә, быға тиклем дә Яманһаҙ ауылы халҡы махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға бик күп ярҙам иткән. Ҡатын-ҡыҙҙар ойоҡбаш, бирсәткә бәйләгәндәр, магазиндарға әйберҙәр йыйыу өсөн махсус кәрзиндәр ҡуйып аҙыҡ-түлек йыйғандар, ауылдың йәмәғәт ойошмалары коллективтары тарафынан ҡамыр ризыҡтары әҙерләнгән. Ауылдаштарының финанс ярҙамы менән тушенкалар, йоҡо ҡапсыҡтары, газ баллондары, ҡырҙа ҡулланыла торған махсус плиталар, балаҫтар, кейем-һалым, таҫтамалдар, шулай уҡ тепловизор һәм биноклдәр һатып алыуға өлгәшкәндәр.
Илебез яҙмышына битараф булмаған райондаштарҙың хәлдәренән килгәнсә егеттәргә ярҙам итергә тырышыуы – оло һөйөнөс. Шулай берҙәм булғанда ғына еңеү оҙаҡ көттөрмәҫ!