Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
2 Декабрь 2024, 06:16

Изгелекле балалар булғанда, киләсәккә ышаныс та ҙур!

Беҙҙең районда йәшәүселәр махсус хәрби операция ваҡытында хәрби бурыстарын үтәгән яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүҙе туҡтатҡандары юҡ. Яугирҙәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн башҡарған бар изге гәмәлдәребеҙ улар өсөн бик мөһим. Юлдыбай ауылы халҡы ла арымай-талмай фронтҡа ярҙам итеүен дауам итә. Юлдыбай мәктәбе уҡыусыһы Эмиль Кузнецовтың үҙенең мотоциклын хәрби зонаға ебәреүе хаҡындағы мәғлүмәт беребеҙҙе лә битараф ҡалдырмағандыр.

Изгелекле балалар булғанда, киләсәккә ышаныс та ҙур!Изгелекле балалар булғанда, киләсәккә ышаныс та ҙур!
Изгелекле балалар булғанда, киләсәккә ышаныс та ҙур!

Беҙ геройыбыҙҙың өләсәһе Зөлфиә Сәйфитдин ҡыҙы Мәхмүтова менән осрашып, үҙе һәм ейәне тураһында һөйләп биреүен һораныҡ.

Мин мәктәптә педагог-ойоштороусы булып эшләйем, Эмиль һәм уның һеңлеһе Ульянаның опекуны булып торам. Улар минең ейәндәрем, 35 йәшендә генә ҡапыл вафат булып ҡалған мәрхүм ҡыҙымдың балалары. Эмиль менән Ульяна бала саҡтан уҡ аҡыллы һәм тырыш булып үҫтеләр.  Эмиль миңә йорт тирәһендә тырышып ярҙам итә. Мин үҙем дә төп эшемдән тыш, туғандарыма, күршеләремә һәр ваҡыт ярҙам итергә ашҡынып торам, – тип һөйләне Зөлфиә Сәйфитдин ҡыҙы. 

- Йәй, көҙ айҙарының мул уңыштарын йыйып уларҙан төрлө ҡайнатма, салаттар әҙерләп, тоҙлау эштәрен башҡарған ваҡытта, Эмиль бәләкәйерәк сағында: «Был юлы кемгә эшләйһең был тәмлекәстәрҙе?», тип һорар ине. Сөнки ул белә ине - был тәмлекәстәр менән өләсәһе мотлаҡ бүлешәсәк икәнен.  Ә 2023 йылдың февралендә беҙ Эмиль менән тәү тапҡыр махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам тапшырғайныҡ. Ул ваҡытта мин, Ғәлим Әсғәт улы Әбүбәкировҡа шылтыратып ул «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы менән бәйләнешкә сығырға ярҙам итте. Улар Юлдыбай ауылына килгән осорға мин төрлө ҡайнатмалар, сәй, кәрәкле дарыуҙар әҙерләгән инем, шуларҙы Эмиль менән бергәләшеп яҡшы итеп төрөп һалып ебәрҙек, – ти изге күңелле өләсәй.

Беҙгә йәш герой менән дә әңгәмәләшергә форсат булды. Мөмкинселектән файҙаланып уға ла бер нисә һорауыбыҙҙы биреп яуаптар алдыҡ.

– Һин нисәнсе класта уҡыйһың, буш ваҡыттарыңда нимә менән шөғөлләнәһең?

– Мин Юлдыбай урта мәктәбенең 10-сы класында уҡып йөрөйөм. Спортты үҙ итәм, волейбол уйнарға яратам, мәктәп һәм ауылдың йыйылма командаһы составында уйнайым.

– Һин өләсәйең менән бергә һалдаттарыбыҙға гуманитар ярҙам ебәреүҙә булышлыҡ итәһең, был изге эшкә ҡушылыуға һине нимә этәрҙе?

– Хәҙерге ауыр ваҡытта районыбыҙҙа йәшәүселәрҙең барыһына ла берләшеү мөһим тип уйлайым. Һәм һәр кем, мөмкин булғанса, Рәсәй хәрбиҙәренә дошман менән көрәш алып барғанда, ҡуйылған бурыстарҙы үтәүҙә ярҙам итергә тейеш тип иҫәпләйем.

– Нисек үҙ мотоциклыңды хәрби зонаға ебәреү тураһындағы ҡарарға килдең?

– Өләсәйем менән бергә хәрбиҙәр нисек мотоциклдарҙа яралыларҙы алып сығыуы тураһындағы  видеояҙма ҡарағандан һуң, мотоциклды фронтҡа бирергә тигән уй килде. Ул ваҡытта миңә уны яңыһын һатып алып биргән инеләр, шунлыҡтан мин мотоциклымдың берәүһен МХО-ға бирергә ҡарар иттем. Яугирҙәргә ул күпкә кәрәгерәк тип улайым, – тип уй-кисерештәре менән уртаҡлашты  Эмиль.

 

Ейәненең ниәтен ҡеүәтләп Зөлфиә Сәйфитдин ҡыҙы район ирекмәне Инна Цыганова менән бәйләнешкә сыға һәм яугир егеттәребеҙгә мотоцикл ебәрергә уйлауҙары тураһында хәбәр итә. Күп тә үтмәй Йылайырҙан бер төркөм  егеттәр килеп, уны гуманитар ярҙам менән бергә оҙатырға ярҙам итә.

 

Хәстәрлекле, изге күңелле Зөлфиә Сәйфитдин ҡыҙы үҙе кеүек ярҙамсыл, уңған ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Бына ошондай ысын геройҙар нәҡ беҙҙең районда булыуы менән ғорурланырға ғына ҡала.

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас