-5 °С
Болотло
Ауырып, хәл бөтөп йөрөгәндә:
балан һутына бөтнөк төнәтмәһе ҡушып эсһәң, күҙ асылып китә. Бының өсөн 300 грамм баланды һыуҙа сайҡатып алғас, ярты стакан шәкәр ҡушып, 10 сәғәткә һалҡынса урынға ҡуйығыҙ. Ошо ваҡыт эсендә һарҡҡан һутты һығып алып, бер ҡалаҡ бал менән болғатып, графинға һалғас, бөтнөк төнәтмәһе ҡушырға кәрәк.
Бөтнөк төнәтмәһе түбәндәгесә әҙерләнә: 2 ҡалаҡ киптерелгән бөтнөк үләненә ҡайнар һыу өҫтәп 15 минут тотҡас, һөҙөп алырға.
Тамаҡ ауыртһа:
ике ҡалаҡ балан һутына бер ҡалаҡ лимон һуты менән бал, бер нисә тамсы һарымһаҡ һуты ҡушып, тамаҡты сайҡатырға.