Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2024, 11:41

Изгелек һәр саҡ кире әйләнеп ҡайта!

“Был тәмлекәстәрҙе минең атайым ярата ине” ... Махсус хәрби операциялағы яҡташ яугирҙәргә сираттағы гуманитар ярҙам йыйған ваҡытта ирекмәндәр бүлмәһенә бына ошондай яҙыулы ҡумта тотҡан бәләкәй генә ҡыҙсыҡ килеп инә. Ә уның тарихы былайыраҡ икән: София Яковенконың атаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл йәй яу яланында батырҙарса һәләк булып ҡала. Әлбиттә, һалдаттың ғаиләһе өсөн был ауыр юғалтыуҙы кисереүе бик ауырға төшә. Ҡыҙыҡайҙың әсәһе Ларисаның һүҙҙәренсә, София иптәштәренән Йылайырҙан гуманитар ылау китеүе тураһында ишетеп ҡайта. – Башта бик моңһоу, уйсан йөрөнө. Бер аҙ ваҡыттан ғына миңә асылып: “Эх, атайым булһа, мин дә посылка әҙерләр инем...”, – тине. Ҡыҙымдың күңелен бер ҙә төшөргөм килмәй ине, шуға ла: “Әйҙә, йыяйыҡ. Бүтән яугирҙәр ҡыуаныр”, – тинем. Софияның шул ваҡытта нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Коробканы эшемә алып барып ултырттым һәм ҡыҙым көн дә тиерлек мәктәптән һуң берәй тәмлекәс тотоп йүгереп килә башланы. Бер аҙна эсендә татлы күстәнәстәр әҙер ҙә булды, – тип йылмая ҡатын.

Изгелек һәр саҡ кире әйләнеп ҡайта!
Изгелек һәр саҡ кире әйләнеп ҡайта!

16 ноябрҙә Өфөләге Көрәш һарайы янындағы майҙансыҡтан Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан мобилизацияланған һәм ирекмән яугирҙар өсөн 138-се гуманитар ылау оҙатылды. Үҙенең матур ғәмәле менән Интернет киңлегендә танылыу алған София ла был мөһим сараға саҡырыу ала. Республика Башлығы Радий Хәбиров менән аралашып, “Берҙәм Рәсәй” партияһынан бүләк алып, ҡыуанып йөрөп ҡайта йәш ирекмән. Ә уҙған йомала район үҙәгендә үткән Ирекмәндәр көнөндә Софияның посылкаһын алған яугирҙәр рәхмәт йөҙөнән уның үҙенә матур-матур бүләктәр тапшырҙы. Изгелек һәр саҡ кире әйләнеп ҡайта!

Фотола София Яковенко.

Фото район хакимиәтенең "Бәйләнештә" төркөмөнән алынды.

Автор:Зубаржат Гидиатова
Читайте нас: