-9 °С
Болотло
Хәҙерге ваҡытта беҙ еңел булһын өсөн үпкә-бауырҙы, йөрәкте, майҙы ит турағысы аша үткәрәбеҙ. Һуған йәки һарымһаҡ ҡушабыҙ. Шулай уҡ ярты стакан бүрттерелгән дөгө ярмаһын ҡушҡанда, тултырманың майын һура, уға йәм һәм тәм бирә. Борос, тоҙҙо һәр кем үҙе теләгәнсә самалап һала.
Тултырмағыҙ - тәмле, һуғымығыҙ һимеҙ булһын!