Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
5 Февраль 2025, 11:36

Арпаны халыҡ ысулдары менән дауалайбыҙ

Ҡабаҡ тирәһе ҡыҙара башлағанда, түбәндәге халыҡ ысулдарын ҡулланырға һәм сирҙән ҡотолорға мөмкин.  

Арпа башланып торған ғына саҡта, йәғни ҡабаҡ тирәһе ҡыҙара башлағанда, түбәндәге халыҡ ысулдарын ҡулланырға һәм уның барлыҡҡа килеүенән ҡотолорға мөмкин.


1. Биш юл япрағын һыуыҡ һыуҙа йыуып, уларҙы биш минут һайын алмаштырып ауыртҡан урынға ябырға.
2. Тырнаҡ сәскәһен (календула) (10-15 г 200 мл һыуға) сәғәт тирәһе төнәтеп, һөҙөргә, шуға 1-гә 10 нисбәтендә һыуыҡ һыу өҫтәргә. Календула - төрлө елһенеүҙәргә ҡаршы яҡшы сара.
3. Ауыртҡан урынға дегәнәк япрағын ыуып һалырға мөмкин. Уны сәй итеп эскәндә лә ярҙамы теймәй ҡалмаҫ.
4.Яңы барлыҡҡа килгән арпаға мамыҡ таяҡса менән һарымһаҡ һуты һөртөргә мөмкин. Тик уның күҙгә төшөүенән һаҡланыу зарур!

Арпаны халыҡ ысулдары менән дауалайбыҙ
Арпаны халыҡ ысулдары менән дауалайбыҙ
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас