Медицина учреждениеһы 2024 йылда эшләй башланы. Дауахана 10 тораҡ пунктты хеҙмәтләндерә, унда 3 меңдән ашыу кеше йәшәй. Бинала ике терапия һәм бер педиатрия участкаһы эшләй.
Дауаханала процедура, прививка яһау, физиотерапия, акушерлыҡ кабинеттары һәм башҡа бүлмәләр йыһазландырылған. Шулай уҡ бында тәүлек әйләнәһенә эшләгән алты койка һәм алты урынлыҡ терапия йүнәлешендәге көндөҙгө стационар бар.
Республика Башлығы кабинеттарҙы ҡараны, табиптар һәм пациенттар менән аралашты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ауыл медицинаһын яңыртыу – төбәктә комплекслы хәл ителгән төп бурыстарҙың береһе.
– Беҙ элекке фельдшер-акушерлыҡ пункттарын тулыһынса үҙгәртәбеҙ. 490 модулле конструкция – фельдшер акушер пункттары, ауыл участка дауаханалары, табип практикаһы офистары – ҡуйылды. Биш йыл элекке хәл менән сағыштырғанда, беҙ алға киттек һәм ауыл медицинаһы инфраструктураһын һиҙелерлек нығыттыҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Тағы ла бер мөһим бурыс – һәр фельдшер-акушерлыҡ пунктында белгестәр эшләһен өсөн, һаулыҡ һаҡлауҙы кадрҙар менән тәьмин итеү.
Белешмә:
Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы буйынса алты объект – Асҡарҙа, Благовещенда, Учалыла һәм Яңауылда дүрт балалар поликлиникаһы, шулай уҡ Асҡында һәм Баҡалыла ике өлкәндәр медицина учреждениеһы – төҙөлә. 2024 йылда Кушнаренко ауылында поликлиника төҙөлөшө тамамланды һәм республика муниципалитеттарында туғыҙ медицина учреждениеһы ремонтланды.