Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
8 Февраль 2025, 09:00

Был төнәтмә баш ауыртыуын баҫа

Шулай уҡ бөрөнән әҙерләнгән сәй эсеп ятһағыҙ, йоҡоғоҙ ныҡ һәм тыныс булыр.

Был төнәтмә баш ауыртыуын баҫаБыл төнәтмә баш ауыртыуын баҫа
Был төнәтмә баш ауыртыуын баҫа

Баш ауыртыуын баҫа. Бөрөләрҙән яһалған сироп баш ауыртыуынан, мигрендән һөҙөмтәле сара була ала. Тынысландырыу үҙенсәлегенә эйә булараҡ, ылыҫ еҫе нервылар системаһын нығыта, күңел төшөнкөлөгөн баҫа, дөйөм хис-тойғо торошон яҡшырта. Шуға күрә йоҡлар алдынан ылыҫ бөрөһөнән әҙерләнгән сәй эсеп ятһағыҙ, йоҡоғоҙ ныҡ һәм тыныс булыр.

Тиренең торошона тәьҫире бар. Ҡарағай бөрөһө ҡулланып яһалған май һәм төнәтмәләр тире торошон күпкә яҡшырта ала. Ошо сеймалға йомортҡа, лимон, сөйәл үләне, һары мәтрүшкә кеүек тәбиғи өҫтәмәләр ҡушып әҙерләнгән битлек йәки скраб тирене таҙарта һәм сафландыра, тиренең ҡуҙғыуын һәм ҡыҙарыуын бөтөрә; яраларҙы, сыйылған, һыҙырылған урындарҙы уңалта. Бөрө төнәтмәһен экзема, псориаз, тимерәү һәм ҡысынмаға ҡаршы ла ҡулланалар.

И.Аҡҡужина фотоһы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас