Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
8 Февраль 2025, 09:20

Файҙаһы бик ҙур

Һаулыҡҡа ла бик кәрәкле, таҙалыҡта ла ҡулланырға була.

Файҙаһы бик ҙурФайҙаһы бик ҙур
Файҙаһы бик ҙур

Ҡырмыҫҡаларҙан һаҡлай. Тәҙрә, ишек төбөнә, шкафҡа эйәләшкән ҡырмыҫҡаларҙан ҡотолорға теләһәгеҙ, тоҙ һибегеҙ. Был шулай уҡ йорттағы дымлылыҡ кимәлен кәметергә лә ярҙам итәсәк.

Баҡыр, еҙ һәм көмөштө шымартыу. Уларҙы таҙартмаһаҡ, тап ултыра башлай. Бының өсөн һеҙгә тоҙ кәрәк булыр. Тоҙҙо алма һеркәһе менән ҡатнаштырығыҙ ҙа, металл әйберҙәрҙе ялтырағансы һөртөгөҙ. Был тәбиғи сара бысраҡ эҙҙәрҙе һәм бөтә таптарҙы сығарасаҡ.

Май ултырмаларын таҙартыу. Тоҙҙо эҫе һыуҙа бер аҙ иретегеҙ ҙә, ванна йәки кухнялағы раковинаға ҡойоп, йыуҙырып ебәрегеҙ. Ул торбаға тулып, насар еҫ сығарған май ултырмаларын иретергә ярҙам итәсәк.

Өй һәм автомобиль тәҙрәләрен йыуыу. 3,5 литр йылы һыуҙа 2 аш ҡалағы менән тоҙ иретегеҙ. Был ҡатнашма менән тәҙрәләрҙе йыуырға һәм тотороҡло таптарҙы сығарырға мөмкин. Былай эшләһәң, таҙалыҡ оҙаҡ һаҡланасаҡ.

Тире йәшәрһен өсөн. Тоҙҙо лаванданың эфир майы йәки зәйтүн майы менән ҡатнаштырығыҙ. Был ҡатнашманы тәнегеҙгә һөртөп, бер нисә минут көтөп тороғоҙ ҙа, һуңынан йылы һыу менән йыуынығыҙ. Бынан һуң тирегеҙ йәш һәм сәләмәт күренәсәк.

Теш һыҙлауын дауалау. Әгәр һеҙ теш һыҙлауы йә ауыҙ сей яраһы менән интегәһегеҙ икән, тоҙ һеҙгә ярҙам итер. Тоҙло һыу менән ауыҙығыҙҙы сайҡаһағыҙ, һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәҫ.

Тештәрҙе ағартыу һәм ауыҙ ҡыуышлығын тәрбиәләү. Ағартыусы ҡатнашма яһар өсөн сода менән тоҙҙо тигеҙ нисбәттә бутағыҙ. Уның менән тештәрегеҙҙә таҙартһағыҙ, ялтырап ҡына торасаҡ.

Кер йыуыу һөҙөмтәһен яҡшыртыу. Кейемегеҙҙе ултыртыуҙан һаҡлар өсөн кер йыуыу машинаһына аҙыраҡ тоҙ ҡушығыҙ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас