– Иң шифалы тамырҙар иртә яҙҙа йыйылғаны. Уларҙы шулай уҡ йәй ҙә, көҙ ҙә ҡаҙып алырға мөмкин. Дегәнәк ике йыллыҡ үлән булып һанала. Әммә уның тамырҙырын тәүге йылында алыу кәрәк. Ундайҙарҙың япраҡтары кесерәк. Икенсе йылға ҡалғанының дегәнәген йыйып, ауыртҡан теште сайҡатырға була - һыҙлауы баҫылыр.
Тамырҙарын ҡаҙып, йыуып киптергәндән һуң турар кәрәк.
Бер аш ҡалағы кипкән дегәнәк япрағын ике стакан ҡайнар һыуға һалып, 10 минут ҡайнатырға. Ике сәғәт төнәтергә һәм һөҙөп, көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан төнәтмәне 10-15 минут ашарҙан алда эсер кәрәк.
Ашар алдынан эсһәң, тамыр уны үҙенә һеңдереп, бар тәнгә тарата.
Аҡтамыр, бәпембә һәм дегәнәк япрағын бер иш миҡдарҙа ҡушып та, сиратлап та эсергә була. Мәҫәлән, бер аҙна – дегәнәк, бер аҙна – бәпембә, бер аҙна – аҡтамыр.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!!!