1-се һорау: Ураҙала һағыҙ сәйнәргә яраймы?
Яуап: Ураҙа тотоусыға һағыҙ сәйнәү, ауыҙ эсендә төкөрөктө күп итеп йыйып йөрөп йотоу, бешергән саҡта ризыҡ тәмләп ҡарау кеүек ғәмәлдәр мәкруһ (шелтәгә лайыҡлы). Төрлө тәмдәр менән тәмләтелгән, шәкәрле һағыҙ сәйнәү – ураҙаны боҙа.
2-се һорау: Кистән икенсе көндә ураҙа тоторға ниәт әйтеп тә ураҙа тотмаһа нимә була?
Яуап: Рамаҙан айында кистән ниәт әйтеп тә, бер сәбәпһеҙ ураҙа тотмаһа, ҡаза итеп ураҙа тоторға һәм ҡәффәрәт түләргә тейеш була. Ә ниндәйҙер етди сәбәптәр арҡаһында ураҙа тота алмаһа, мәҫәлән, аурып китеү, оҙайлы сәфәргә сығыу һ.б., бер көн ураҙа өсөн бер көн ҡаза ураҙаһы тотоу кәрәк була.
3-сө һорау: Рамаҙан айында тота алмай ҡалған ураҙаларҙы Рамаҙан айы бөткәс тә үк ҡаза итеп тотоп ҡуйыу кәрәкме?
Яуап: Был мотлаҡ түгел. Тотолмай ҡалған ураҙаларҙы ҡасан теләй, шул саҡта тоторға мөмкин.