Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март , 12:01

Изге Рамаҙан айы

Донъяның төрлө ҡитғаларында йәшәгән мосолмандар өсөн көтөп алған изге Рамаҙан айы башланды. Шөкөр, йылдан-йыл ураҙа тотоусылар күбәйә бара. Уны мосолмандар нисек үткәрергә тейеш? Йылайыр районы имам-мөхтәсибе Венер хәҙрәт Шәрипов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Изге Рамаҙан айы
Изге Рамаҙан айы

- Венер хәҙрәт Рамаҙан айы тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтһәгеҙ ине.

Бисмиллаһир-рахмәнир-рахим! Ғәләмдәрҙең хужаһы, тәрбиәсеһе булған Раббыбыҙ Аллаһы Тәғәләгә барса маҡтауҙарыбыҙ, хәмед һәм ҫәнәләребеҙ булһын Әҙәм балаларын донъяның ҡараңғылығынан яҡтылыҡҡа өндәү өсөн ебәрелгән һөйөклө Рәсүлебеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәләмгә күңел түрҙәребеҙҙән сыҡҡан барса салауат-шәрифтәребеҙ ирешһен. Аллаһы Тәғәлә изге Ҡөръән Кәримдең “Әл-Баҡара” сүрәһенең 183-сө аятында әйтә : “Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Элгәре кешеләргә яҙылған кеүек, һеҙгә лә Ураҙа тотоу фарыз ителде. Бәлки, Алланан ҡурҡырһығыҙ!” 

Шулай уҡ Аллаһы Тәғәлә “Әл-Баҡара" сүрәһенең 185-се аятында әйтә: “Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланма булһын өсөн, хаҡ юлды аңлатыу, яманды яҡшынан айырырға өйрәтеү өсөн Ҡөръән күндерелде. Бына шул айға кем етә – уны ураҙа тотоп үткәрһен, ә ауырыған йәки сәфәрҙә булған кеше бүтән ваҡытта шунса көн ураҙа тотһон. Аллаһы Тәғәлә  һеҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй, көн иҫәбен тултырып,  хаҡ юлға сығарғаны өсөн Аллаһы Тәғәләне  ололауығыҙҙы теләй. Бәлки һеҙ шөкөр итерһегеҙ!”  

Ошо аятта Аллаһы Тәғәлә рамаҙан айының ниндәй ай икәнлеген аңлатып, ураҙа тоторға әмер итә.

- Ураҙа (ураҙа тотоу) мосолмандар өсөн нимә ул?

Кудси хәҙистә былай тиелә: “Ураҙа минең өсөндөр. Ул ураҙаның әжерен мин бирермен”. Аллаһы Тәғәләнең “Ураҙа Минең өсөн”, – тигән һүҙе Аллаһы Тәғәләнең сифатынан булғанға әйтелде.

Ураҙа ул – Аллаһы Тәғәлә менән мөьмин араһында ғына булған ғибәҙәт. Әгәр кеше ураҙала булғанын әйтмәһә, уны  Аллаһы Тәғәләнән башҡа бер кем дә белмәҫ.

Ҡайһы бер кешеләр ураҙаны ҡояш сыҡҡандан башлап, ҡояш байығанса ҡәҙәр ас тороу (ашамау, эсмәү генә) тип уйлайҙар.

Ысынында, Рамаҙан айы – ул дәрес ала торған ай. Был айҙа беҙ нәфсене тыйырға, изге ғәмәлдәребеҙҙе арттырырға өйрәнергә тейешбеҙ.

- Ниндәй етди сәбәптәр арҡаһында ураҙанан тулыһынса азат ителеү, ураҙаны тотмаҫҡа, туҡтатып торорға рөхсәт ителгән осраҡтарҙы һанап үтһәгеҙ ине.

- Рамаҙан айында кеше киләһе сәбәптәр арҡаһында  менән ураҙа тота алмауы мөмкин: Беренсеһе – сәләмәтлек булмау. Һауыҡҡас, ул кеше ураҙаһын көнгә-көн тотоп бөтөрә, йәғни ҡаза ҡыла.

Икенсе сәбәбе  –  алыҫ сәфәрҙә булыу. Әгәр кеше транспортта йөрөп, яҡын аралыҡта булып, юлы ауырлыҡ тыуҙырмай икән – ураҙаны боҙорға сәбәп юҡ. Ә инде кисектергеһеҙ сәбәптәр арҡаһында кеше йыраҡ юлға сыҡҡанда ураҙа тотоуы ауыр була икән, ураҙаһын ҡалдырып тора ала һәм Рамаҙан айы үткәс, көнөнә-көн тотоп ҡуя – ҡаза ҡыла.

Мосолман ҡатын (мөслимә) йөклө булғанда йәки бала имеҙгәндә, балаға йә үҙенең һаулығына зыян килерҙәй булһа, һөтө бөтөүе ихтимал булғанда ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Бының өсөн фиҙиә түләнмәй, аҙағынан ҡаза ҡылып ҡуя.

Хроник, оҙайлы ауырыуҙар, йә ҡартлыҡтан, йә һаулығына зыян килтереүсе сәбәптәр арҡаһында йыл әйләнәһендә лә ураҙа тота алмаусылар һәр ҡалдырылған көн өсөн бер фәҡирҙе ашатырға, йә иһә Диниә Назараты тарафынан билдәләнгән фиҙиә саҙаҡаһын мохтаждарға тапшыра. Әгәр кешенең фиҙиә түләрлек хәле юҡ икән, унан бурыс төшә һәм ул үҙе саҙаҡа ала торған кеше булыуы ихтимал.

Үлем сигенә етеп, сарсау йәки асығыу арҡаһында ураҙаһын өҙөргә мәжбүр булыу. Был осраҡта һыуһынды йә асығыуҙы баҫырлыҡ ҡына ашап алырға ла, башҡаса ашамаҫҡа. Был көн өсөн фиҙиә түләнмәй, башҡа ваҡытта көнөнә-көн ураҙа тотоп ҡаза ҡылына. Ныҡ ауыр эш арҡаһында ашарға кәрәк булыу. Фиҙиә түләнмәй, көнөнә-көн ҡаза ҡылына.

Фиҙиә саҙаҡаһын бер фәҡиргә лә, бер нисәһенә бүлеп тә бирергә була. Әгәр, билдәләнгән фиҙиә саҙаҡаһын бер юлы тапшыра алмаһа, уны йыл әйләнәһендә тапшырып ҡуйырға була.

Кемдәргә ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт булыуына ҡарамай, Рамаҙан айында ураҙа тотоусыға әжер-сауаптар күберәк яҙылыр.  Ураҙа – мосолман өсөн фарыз ғәмәл, һәм уны ниндәйҙер сәбәп менән тотмаған осраҡта беренсе мөмкинлек сығыу менән ураҙаларын тоторға тейеш.

- Ураҙа тотоу өсөн ниәтте нисек дөрөҫ итеп әйтергә? Ниәтте көндә әйтеү мотлаҡмы, әллә бер ай өсөн бер ниәттә етәме?

- Тик Рамаҙан айында ғына бер ай өсөн ураҙа ниәтен әйтергә мөмкин.  Сөнки кеше ай буйына ураҙа тоторға кәрәк икәнлеген аңлай, шуға күрә көндәлек ниәт әйтеп тороу кәрәкмәй.

- Ифтар һәм сәхәр ашау ваҡыттарын һәм улар алдынан уҡыла торған тәғәйен доғаларҙы гәзит уҡыусыларыбыҙға иҫкәртегеҙ әле.

-  Ниәт ҡылыу: “Нәүәйтү ән әсүмә саумә шәһри рамаҙана минәл-фәжри иләл мәгриби халисан лил-ләһи Тәғәлә! (“Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн таң атҡандан алып ҡояш байыуға ҡәҙәр рамаҙан ураҙаһын ниәтләнем”).
Ниәтте тел менән әйткән кеүек, күңел менән дә әйтергә мөмкин. Күңелдән иртәгә ураҙа тотасағын уйлаған кешенең ураҙаһы дөрөҫ булыр.
Сәхәр эскән кеше лә ниәт иткән кеүек һыналыр, сөнки беҙ башҡа айҙарҙа, ошо сәғәттәрҙә тороп ашамайбыҙ бит.

Ифтар ҡылыу ваҡыты. Ҡояш байыу менән ахшам намаҙы ваҡыты ингәс тә ифтар ҡылына. Ифтар доғаһы: “Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡыкә әфтартү. Фәғь фирли йә гаффарү мә кәддәмтү үә мәә әххартү”. (“Аллаһым ураҙаны Һинең өсөн генә тоттом! Һиңә генә иман килтерҙем һәм Һиңә тәүәккәл ҡылдым. Һин биргән ризыҡ менән ифтар ҡылдым. Гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, инде минең әүәлге гонаһтарымды ла, һуңғы гонаһтарымды ла ғәфү ит! Амин”.

- Ураҙа тотоу ашауҙан тыйылып тороу тигәнде генә аңлатмай  икәнлеген күпәребеҙ аңлайбыҙ, әммә иҫкәртеп үтһәк артыҡ булаҫ Венер хәҙрәт. Нимәләрҙән тыйылып. Ниндәй изге ғәмәлдәр ҡылырға?

Ураҙаның маҡсаты тәҡүәлекте арттырыу. Тәҡүәлек  – ул Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә тыйғандан тыйыла алыу көсө. Ул ике өлөшкә бүленә.

1) Захири – күҙгә күренгән өлөш. Миҫал өсөн: спиртлы эсемлектәр эсмәү, үләкһә һәм сусҡа ите ашамау, тәмәке һәм наркотик ҡулланмау, зина ҡылмау; алдашмау, мутлашмау, ғәйбәт һөйләмәү; һөжүм итмәү; үлтермәү; намаҙҙы ҡалдырмау; ата-әсәне тыңлау, туғанлыҡ ептәрен өҙмәү һәм башҡалар. Был эштәрҙең барыһын да Аллаһы Тәғәлә тыйған. Шуға күрә лә, был насар эштәрҙән тыйылыу.

2) Бәтыни – күҙгә күренмәгән өлөш. Әхлаҡи яҡтан үҙеңде тәрбиәләү.
Миҫал өсөн: ғәйбәт һөйләгәндәрен ишетеп тә тыңламау, тыйылғанға ҡарамау, хатта уй-фекерҙәреңде контролдә тотоу һәм башҡалар. Был инде ураҙаның юғары кимәле.

Тағы ла Рамаҙан айында тәүлектең көндөҙгө өлөшөндә, нигеҙҙә рөхсәт ителгәндән тыйылыу. Ошо рәүешле ураҙа тотолһа мосолмандың тәҡүәлеге арта һәм уның аҡыл, тән һәм рух үҫешенә был сәбәп була.

- Венер хәҙрәт халыҡтан ураҙаға ҡағылышлы бер нисә һорауҙар йыйып алдым, яуап биреп үтһәгеҙ ине. Һеҙҙең өсөн был һорауҙар үтә ябай һымаҡ күренер, әммә ураҙа тотам йөрөгән кеше өсөн был бик мөһим булыуы бар.  Беренсе һорау былай яңғырай: Сәхәр ашамайса ғына ураҙаға керергә яраймы?

- Әгәр кеше сәхәрҙе йоҡлап ҡалдырһа, ул ваҡытта уның ураҙаға керергә хаҡы бар. Әммә белә тороп сәхәр ваҡытын ҡалдырыу – ул мәкрүһ. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм сәхәр ашаған кешегә бәрәкәт булыр тип әйтеп ҡалдырған. Шуға күрә лә сәхәр ашау мөһим. Сәфәребеҙ мул ризыҡтан булмаһа ла, ашағыбыҙ килмәһә, һыу эсеп, берәр емеш-еләк ашап куйһаҡ та, сәфәребеҙ ҡабул буласаҡ, ин шә Аллаһ. Сәхәрҙә ҡатнашыу үҙенә күрә айырым бер ғибәҙәт, пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте булып тора.

- Иртән әгәр йоҡлап ҡалып, ниәт ҡылнмаған булһа, уны ҡасанға тиклем ҡылып була?

- Сәхәргә  һуңлап ҡалып торһағыҙ, әммә һеҙҙең йоҡлар алдынан киләһе көндә лә ураҙа тоторға тигән ниәтегеҙ булһа, йәки булмаһа был көндө лә ураҙа тотам тип, өйлә намаҙына тиклем ниәтте ҡылып ураҙаны тота алаһығыҙ.

- Тырнаҡ лак менән буялған булһа, ураҙа тотоу рөхсәт ителәме? Ғөмүмән, ураҙа тотҡанда биҙәнергә яраймы?

Шәриғәт яғынан ҡарағанда, әгәр ҡатын-ҡыҙ биҙәнә, уның ураҙаһы боҙолмай. Сөнки тән өҫтөнә ни ҙә булһа һөртөлә – крем булһынмы ул, лак булһынмы – ул уның ураҙаһын боҙмай. Тырнаҡтағы һыу үткәрмәй торған гель-лак ураҙаны түгел, тәһәрәтте боҙа. Ни өсөн тигәндә, тәһәрәт алыу алған ваҡытта етәксе һ. б. тәнебеҙҙең һәр өлөшөнә һыу тейәргә тейеш. Ғөмүмән ҡатын-ҡыҙҙың биҙәнеүенә килгәндә уның үҙ урыны бар: ҡайҙа, нисек биҙәнә. Динебеҙ беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарға ыҡсым булырға ҡуша, яулыҡ кейеп йөрөүҙе өндәй. Ҡатын-ҡыҙ күҙгә ташланып торорлоҡ итеп биҙәнмәҫкә, артыҡ көслө хушбуй һибеп, сит ир-аттарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итмәҫкә тейеш.

  • Баланы үбеү ураҙаны боҙамы?

- Әгәр кеше – үҙенең балаһын, бала ураҙа тотҡан атай-әсәһен үпһә, ул ураҙаны боҙмай. 

- Ураҙалағы кеше, ҡыҙып, һүгенһә, уның ураҙаһы боҙолдо тигән һүҙме?

- Ураҙа ваҡытында кеше гонаһлы нәмәләрҙән тағы ла алыҫыраҡ булырға тейеш. Әгәр кеше яңылыш һүгенһә, асыуы ҡупһа, ул тәүбә итә (истиғфар килтерә) һәм уның был ураҙаһын боҙмай, ул уны дауам итә. Әгәр кеше ураҙалы килеш махсус һүгенеп йөрөһә, ул ураҙаның ҡиммәтен юғалта.

- Ауыҙ асыр ваҡыт еткәндә генә ҡатын—ҡыҙҙың күреме башланһа, уның был көндө тотҡан ураҙаһы боҙоламы?

– Эйе, ураҙаһы боҙоласаҡ. Ифтар ваҡыты етергә биш минут ҡалып та күреме килһә л

ә, был көндө тотҡан ураҙаһын, ҡазаға ҡалдырып, өр-яңынан тоторға тура киләсәк.

- Ураҙа тотмаған кеше ифтар мәжлесенә барырға тейешме?

- Ифтар мәжлестәрендә кеше ашап ҡына ултырмай, өгөт-нәсихәт, вәғәздәр тыңлай. Шуға күрә бындай мәжлестәрҙә кешене ислам диненә яҡынайтыу яғынан да әһәмиәте ҙур. Шул уҡ бала - сағалар ифтар мәжлестәренә ураҙа тотмаған килеш килә. Хәҙрәттәр быны белеп тора. Ләкин шул рәүешле кешеләр, рамаҙан айында ифтар мәжлестәрендә ҡатнашып, йыш ҡына үҙҙәре лә ураҙа тота башлай, динебеҙ менән ҡыҙыҡһына, изге йортобоҙ – мәсет менән таныша. Шуға күрә ифтар мәжлестәре – ураҙа тотҡан кешегә генә түгел, ислам диненә яҡыная башлағандар өсөн дә ҙур мөмкинлек.

- Ураҙа тотоусыға краб таяҡсаһы, креветка, мидия кеүек аш-һыу төрҙәрен ашарға яраймы?

- Был бәхәсле мәсьәлә һәм был аҙыҡ төрҙәрен ашау-ашамау рөхсәте тураһында фекерҙәр ҙә бер нисә: Хәнәфи мәҙһәбенә инаныусылар краб, креветка һәм башҡа ҡыҫала һымаҡтарҙы ашай, башҡа мәҙһәбтәр ҙә рөхсәт итә, әммә крабтың башҡа мәҙһәбтәрҙә тыйылыуы тураһында фекерҙәр бар. Бик яҡшы хәҙис бар, унда былай тиелә: һиндә шик тыуҙырған нәмәне ҡалдыр һәм һиндә шик тыуҙырмаған нәмәгә кире ҡайт. Крабтар һәм креветкаларҙан тыш, ашарға яраҡлы башҡа бик күп аҙыҡтар ҙа бар.

- Хәләл булмаған ризыҡ менән ауыҙ асһаң, көнө буйы тотҡан ураҙаң ҡабул булмай, ти. Был дөрөҫ һүҙҙәрме?

- Аллаһы Тәғәлә ялған һөйләүҙәрҙән һәм эштәрҙән баш тартмаған кеше ураҙаһын ҡабул итмәй, бигерәк тә ураҙаһы ҡабул булмай, кем дә кем рөхсәт ителмәгән аҙыҡ менән туҡланһа. Шуға күрә ураҙа тотоусыға рөхсәт ителмәгән ризыҡтан һаҡланырға кәрәк.

- Ғәйбәт һүҙ һөйләү, ғәйбәт тыңлау ураҙаны боҙамы?

- Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: «Һеҙҙең төнгө намаҙҙарығыҙ, бер көнлөк ураҙаларығыҙ кеше хаҡынан, ғәйбәттән, алдашыуҙан, харам эштәрҙән тыймаһа, Аллаһ һеҙҙең ғибәҙәтегеҙҙә мохтаж түгел», – ти.

- Изге айның фазыйләттәре тураһында ҡыҫҡаҫа ғына һөйләп үтһәгеҙ Венер хәҙрәт.

- Был айҙа Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә барлыҡ кешелек өсөн Ҡиәмәт Көнөнә ҡәҙәр аныҡ ҡулланма итеп Изге Ҡөрьәнде төшөргән.
Рамаҙан айын барлыҡ айҙарҙың әфәндеһе, тиеп, атайҙар, һәм дә ул йылдың төп айы. Кем был айға ҡәҙәр йәшәгән, киләсәк ғүмере өсөн күберәк сауап эшләргә ҙур мөмкинлек алған. Был айҙа изге ғәмәлдәрҙең әһәмиәте башҡа айҙарға ҡарағанда сағыштырмаса айырыла, әммә Рамаҙан айында ҡылынған гонаһтарҙың ауырлығы ла шулай уҡ арта.  Рамаҙан - ул тәү сиратта тәрбиәүи, алама ғәҙәттәреңде, шулай уҡ тәртибеңә төҙәтеүҙәр индереү айы. Кеше Үҙенең Раббыһы менән, шулай уҡ яҡындары, туғандары, ғөмүмән йәмғиәт менән яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаштырыу айы. Был Изге айҙың тәүге көндәренән үк, йәшәйештә глобаль үҙгәрештәр башлана, ул хаҡта беҙгә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һөйләгән: «Рамаҙан айының беренсе төнө еткәс шәйтандар менән фетнәсе ендәргә бығауҙар тағыла һәм Тамуҡ ҡапҡалары ябыла, бер ишеге лә асыҡ ҡалмай, шул уҡ ваҡытта Ожмах ҡапҡалары асыла һәм бер ишеге лә ябыҡ ҡалмай. Шунан фәрештәләр иҫәбенән саҡырыр: “Әй, изгелек көҫәүсе, иреш маҡсатыңа. Әй, яуызлыҡ көҫәүсе, тыйыл уйҙарыңдан". Ошо мәлдә Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә кешеләрҙе Уттан азат итә һәм шулай һәр төн ҡабатлана». Изге Рамаҙан айының аҙағында «Ләйләтүл әл-ҡәдр» исемле бер төн бар («тәҡдир төнө»), өҫтөнлөгө буйынса 1000 айҙан да яҡшы, бөйөк төн. Йәғни, әгәр ҙә кеше был төндө намаҙ, доға, Ҡуръан уҡыу кеүек ғибәҙәттә булһа, 83 йыл буйы быны ҡылған кеүек әжер-сауаптарға өлгәшә.

Венер хәҙрәт әңгәмә өсөн һеҙгә оло рәхмәтемде белдерәм. Ураҙаларыбыҙҙы имен-һау тотоп, Аллаһ рәхмәтенә һәм сауаптарға ирешергә яҙһын, сәләмәтлек бирһен. Барығыҙға изге Рамаҙан айында изге ғәмәлдәр, ураҙаны еңеллек менән тоторға яҙһын, тип теләйбеҙ.

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас: