Уны әҙерләү өсөн:
Ҡамырға:
2 йомортҡа
300 мл һыу
тоҙ
680-700 гр он
Фарш:
1,5 кг һум ит
уртаса ҙурлыҡтағы 5 һуған
3-4 эре картуф
тәменә ҡарап борос, тоҙ.
Фаршты әҙерләү өсөн 2 һуғанды, итте ит турағыстан үткәрәбеҙ. 3 һуғанды һәм картуфты ваҡ шаҡмаҡлап турайбыҙ.
Барыһын бергә ҡушып, ҡул менән тысҡыйбыҙ. Тоҙ, борос өҫтәйбеҙ.
Табаҡҡа 2 йомортҡа, һыу, тоҙ һалып болғатабыҙ. Унан әҙ-әҙләп он өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүләбеҙ ҙә һәр ҡайһыһынан шар әүәләйбеҙ.
Манты бешерә торған тишекле формаларға үҫемлек майын һөртөп сығабыҙ. Кәстрүлгә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ултыртабыҙ.
Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйәбеҙ. Урта тирәһенә май һөртәбеҙ ҙә, фарштың бер өлөшөн йәйеп һалабыҙ. Хәҙер инде уны рулет кеүек төрәбеҙ. Сит яғын семтеп йәбештереп сығабыҙ ҙа манты формаһына һалабыҙ.
Әҙер ханумды 40-45 минут бешерәбеҙ.
Ошо ваҡыт үтеү менән ханумды парҙан алабыҙ. Юғиһә иҙелеп китеүе ихтимал.
Рулетты һүрәттәге кеүек ҡырҡҡылап сығабыҙ. Тәрилкәләргә һалғас, өҫтөнә иретелнән май, ҡаймаҡ йә соус ҡойоп ашарға була.