Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март , 10:51

Күҙ тейеүҙе нисек белергә?

Ҡайһы берәүҙәр баланы күҙ тейеүҙән һаҡлар өсөн, күҙҙең иғтибарын ситкә юнәлтеү маҡсатынан сығып сабыйға маңлайына ҡором, йәки эйәгенә помада һөртәләр. Тик файҙаһы ғына юҡ... Ә бына күҙ тейгәндә иң беренсе кешенең күкрәге ҡыҫыла һәм...

Күҙ тейеүҙе нисек белергә?
Күҙ тейеүҙе нисек белергә?

Ә күҙ тигән кешелә уның ниндәй билдәләре күҙәтелә? – тигән һорауға сихыр һәм күҙ тейеүҙе дауалалаусы Ильяс хәҙрәт Тепаев (сайт: https://matbugat.ru/news/?id=2076) – Иң элек күкрәк ҡыҫыла, тамаҡ төбөнә төйөр ултыра, тын ҡыҫылыуҙан һулышы насарлана, башы әйләнә, ауырта, ҡолағына тауыштар ишетелә. Кеше насар йоҡлай башлай, һаташа, быҫтыға. Унан ауыртыуҙар башҡа, яурын өлөшөнә күсә. Күптәр уны тоҙ ултырыу тип уйлай. Күҙ тейеү арҡаһында ғаилә ҡора алмай йөрөүсөләр, балаға уҙа алмаусылар ҙа байтаҡ.

Шулай уҡ өйләнешкән ир менән ҡатын араһы боҙола, эш урынында проблемалар барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә депрессия, агрессия хасил була, кешенең холҡо үҙгәрә.
Күҙ тейҙереүсе мигрень, эпилепсия, аритмия кеүек ауырыуҙары ғазап менән сигеп йәшәй.

Һуңыраҡ уның хикмәттәре ҡорһаҡ өлөшөндәге ағзаларға, унан аяҡтарға күсә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа миома, киста, башҡа төр шештәр шул сәбәпле лә барлыҡҡа килә. Күҙ тейеү кешелә булған ауырыуҙарҙы бер нисә тапҡырға арттыра.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: