Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
17 Март 2025, 06:24

Батыр даны үлемһеҙ...

Йөрәк әрнеп, тәндәр семерҙәп китә, эээх...

Һуғыш... Ошо һүҙҙе ишетеү менән йөрәк әрнеп, тәндәр семерҙәп китә. Күпме кешенең ғүмере өҙөлгән был һуғышта, күпме бала етем ҡалған, күпме кеше хәбәрһеҙ юғалған.

ДАН ЙЫРЛАЙЫҠ

Азатлыҡты даулап яуға сапҡан
Батыр уландары халҡымдың,
Быуындарҙан-быуындарға күскән
Осҡондары һүнмәҫ ялҡындың.

Ошо ялҡын бөтмәҫ илһам биргән,
Уландарын күмгән дан менән,
Һәр дәүерҙең мәшһүр батырҙары
Хәҡиҡәтте яҙған ҡан менән.

Шул батырҙар илгә ҡалҡан булып,
Халыҡ азатлығын һаҡлаған,
Үлһә үлгән, ләкин тоғро ҡалған,
Дошмандарға намыҫ һатмаған .

Халҡы өсөн йәнен аямаған,
Дан йырлайыҡ батыр улдарға,
Халыҡ күңелендә мәңге йәшәр,
Ихтирамы китһен йылдарға!

Авторы билдәһеҙ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас