+24 °С
Ямғыр
Ҡотҡарыусылар һыу баҫҡан Архангел районы Аҙау ауылынан 103 кешене, шул иҫәптән егермеләп бала, алып сыҡҡан.
Инйәр йылғаһында хәл-торош ауыр - был пилотһыҙ осҡос кадрҙарынан күренә. 300 метрҙан ашыу майҙанды һыу баҫҡан.
Ваҡытлыса урынлашыу пунктында 80 оло кеше һәм 17 бала. Улар бөтә кәрәк-яраҡтар, йылы аш менән тәьмин ителгән.
Ҡотҡарыу эштәренә 59 кеше һәм 28 берәмек техника йәлеп ителгән.
Фото, сығанаҡ: https://akbuzat-rb.ru/news/novosti/2025-03-19/yu-tasha-a-buly-y-4162700