Был форум күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән халыҡ, идарасы компаниялар һәм власть органдары араһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү өсөн майҙансыҡ. Хәл итәһе көнүҙәк мәсьәләләрҙе, килеп сыҡҡан проблемалар сәбәптәрен бергәләп асыҡлау һәм уларҙы бөтөрөү юлдарын эҙләү күпкә еңелерәк.
Сара һуңғы йылдарҙа эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһау һәм алдағы йылдарға пландар ҡороу маҡсаты менән уҙғарылды. Һәр ойошма үҙенә ҡағылған йүнәлеш буйынса ҡыҫҡа отчет тотто, халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
Осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы булды. Күп кенә проблемалар уртаға һалып һөйләшелде. Күп ҡатлы йорттар тирәһен төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленде.
Бындай форум беҙҙең Йылайыр районында бер нисә йыл дауамында үткәрелә. Тәүге тапҡыр ул форум 2021 йылда уҙғарылды һәм бөгөн ул 8-се тапҡыр ойошторола. Ултырыш барышында Көн тәртибенә Йылайыр районының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү буйынса күрелгән саралар, өмәләр үткәреү, капиталь ремонтҡа иғәнәләр, күп фатирлы йорттарҙың торлаҡ фондын тотоу өсөн түләүҙәр, күп фатирлы йорттарҙа газ ҡорамалдарына байҡау яһау кеүек мөһим мәсьәләләр сығарылды.
Йыйылышты башлап Марс Салауат улы Солтанов Йылайыр районы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттар буйынса мәғлүмәт менән таныштырҙы. Шулай уҡ ул районыбыҙҙың торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендәге күнөҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе һәм уларҙы хәл итеү буйынса күрелгән саралар хаҡында һөйләне:
– Йылайыр районында күп фатирлы йорттарҙың дөйөм һаны – 26. Шуларҙан: Йылайыр ауылында 19 йорт, 43 подъезд, 337 фатир, Матрай ауылында 6 йорт, 12 подъезд, 92 фатир һәм Юлдыбай ауылында бер күп фатирлы йорт, 2 подъезд, 16 фатир. Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына ярашлы, торлаҡ биналары хужалары үҙҙәре йәшәгән күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте тотоу йөкләмәһен күтәрә. Бындай мөлкәтте тотоу маҡсатында милекселәр идара итеү ысулдарының береһен һайлай: идара итеүсе ойошма, торлаҡ милекселәре ширҡәте йәки туранан-тура идара итеү. Районда бындай ойошмалар юҡ. Бөтә МКД-лар туранан-тура идара итеүҙә бирелгән. Йылайыр ауылында «Водоканал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бер хеҙмәтләндереү ойошмаһы бар, ул район үҙәгендәге бөтә күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндерә. «БР Регоператоры» НОФ-ы эшләй башлағандан алып (2014 йыл) Йылайыр ауылының күп фатирлы йорттарында йәшәүселәрҙән капиталь ремонтҡа 83 процент иғәнә килгән. 2014 йылдан алып барлығы 10 күп фатирлы йорттарҙың ҡыйығы ремонтланған, стеналар нығытылған һәм 1 МКД фасады ремонтланған (Ленин, 115-се йорт).
2018 йылда «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса Йылайыр ауылының Ҡыҙыл Партизандар урамы, 96А һәм 96Б адресы буйынса ихата биләмәһен ремонтлау тормошҡа ашырылды. Автомобиль туҡталыштарына, юлдарға, йәйәүлеләр йөрөү өсөн юлдарға асфальт түшәү, тротуарҙар булжырыу, шулай уҡ ихата биләмәләрен яҡтыртыу, ултырғыстар ултыртыу һәм сүп-сар өсөн урналар ҡуйыу, спорт майҙансығын төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылды.
2020 йылда Йылайыр ауылының Ҡыҙыл Партизандар урамы, 94 һәм 96 адресы буйынса «Ихата биләмәһен төҙөкләндереү» программаһы тормошҡа ашырылды. Был проект ярҙамында шулай уҡ, асфальт тротуарҙар, юлдар, контейнерҙар өсөн майҙансыҡ һәм автомобиль туҡталыштарына урындары барлыҡҡа килде. Спорт майҙансығы һәм резина менән ҡапланған ял итеү зонаһы төҙөкләндерелде, өҫтәмә яҡтыртыуҙар, подъездарҙа ултырғыстар һәм урналар, шулай уҡ йәшелләндерелгән йорт яны сәскә түтәлдәре өсөн кәртәләр ҡуйылды. «Башҡорт ихаталары» ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү буйынса «Йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү» программаһын тормошҡа ашырыу буйынса Йылайыр ауылының Ленин урамы, 115-се һәм 113-сө йорттар адрестары буйынса ихата биләмәләрен капиталь ремонтлау планлаштырылған.
Төҙөкләндерелгән территорияны һаҡлауҙы тәьмин итеү районыбыҙ халҡының ҙур бурысы булып тора. Йорт менән туранан-тура идара иткәндә дөйөм мөлкәтте тейешле тотоу өсөн яуаплылыҡты күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәре күтәрә. Дөйөм йыйылышта фатир хужалары йортто һәм уны уратып алған территорияны тейешле кимәлдә тотоу өсөн кәрәкле эштәр һәм хеҙмәттәр исемлеген үҙҙәре билдәләй һәм бындай исемлекте подрядсы менән килешеүгә индерә.
Шулай уҡ Марс Салауат улы күп фатирлы йорттарҙың фатир хужаларына 2025 йылдың 1 майынан күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлауға минималь иғәнәнең үҙгәрәсәге тураһында хәбәр итте. Йылайыр ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Александр Геннадьевич Годуленко йорт яны биләмәләрен, ҡаты коммунал ҡалдыҡтар майҙансыҡтарын һәм «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса йыһазландырылған ФКГС объекттарын ҡарау, өмәләр ойоштороу тураһында һөйләне.
Форумда шулай уҡ райондың муниципаль хеҙмәттәре етәкселәре сығыш яһаны. «Водоканал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Александр Борисович Дворянчиков күп фатирлы йорттарҙы ҡарау һәм хеҙмәтләндереү буйынса 2024 йыл өсөн башҡарылған эштәре тураһында отчет бирҙе, 2025 йылға пландар һәм дөйөм йорт мөлкәтен ҡарау һәм хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәр йыйыу тураһында һөйләне. Янғын хәүефһеҙлегенә, террорға ҡаршы сараларға, МКД-ның чердак һәм подвал биналарын тотоуға айырыуса баҫым яһалды.
«Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Йылайыр эксплуатация комплекслы хеҙмәте начальнигы Николай Николаевич Ламонов күп фатирлы йорттарҙа газ ҡорамалдарын файҙаланыу һәм «Рәсәй Федерацияһында газ менән тәьмин итеү тураһындағы «Федераль закондың 2-се, 3-сө статьяларына һәм Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» 18.03.2023 йылдың 71-ФЗ һанлы Федераль закондың үтәлеше тураһында хәбәр итте. Шулай уҡ төтөн һәм вентиляция каналдарын тейешле кимәлдә тотоу тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Йылайырҙағы «Сибай электр селтәрҙәре» берекмәһе һәм «Башҡортостандың энергетик һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре Александр Александрович Васильков Һәм Евгений Владимирович Васильичев электр утын ҡулланыуға килгән квитанциялар нисек иҫәпләнеүе тураһында һөйләне.
Форум аҙағында унда ҡатнашыусылар бик күп төрлө мәсьәләләрҙе тикшерҙе һәм уларҙы хәл итеүҙең дөйөм юлдарын тапты. Бөтә һорауҙар буйынса тейешле ҡарарҙар сығарылды.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, 2024 йылда үткән форумдарҙа «Управдом» тарафынан күп фатирлы йортта йәшәүсе халыҡтан бөтәһе 20 мөрәжәғәт ҡабул ителгән, уларҙың 18-е буйынса эштәр башҡарылған, ҡалған һорауҙар буйынса өҫтәмә саралар һәм тикшереүҙәр үткәрергә кәрәк тигән маҡсат ҡуйылған.