Йәш булып ҡалырға теләһәң...
Ҡабаҡ симешкәһе (орлоғо) тире һығылмалылығы өсөн кәрәк. Көнөнә бер ус ашарға тәҡдим ителә.
Томат: тәнде ҡояш нурҙарынан томат һаҡлай. Тик файҙаһы күберәк булһын өсөн уны бешереп йә һутын һығып эсергә кәрәк.
Аҙнаһына 3 тапҡыр балыҡ ашау файҙалы. Бик булмаһа, яҡшы балыҡ консерваһы ла ярап ҡала, мәҫәлән "Доброфлот" консервалары.
70 % лы шоколад йә какао: улар флавоноидтарға бай, күңелде күтәрә.
Миндаль: уны ҡабығы менән көнөнә 20 бөртөккә тиклем ашарға мөмкин. Тире ҡартайыуынан һаҡлай, ҡан тамырҙарын нығыта.
Петрушка күҙәнәктәрҙе һаҡлай, тире торошон яҡшырта, шешенеүҙе кәметә. Аҙнаһына кәмендә бер ус петрушка ашау файҙалы.
Лимон тураһында һөйләп торорға ла кәрәкмәйҙер. Тик шуны ғына өҫтәргә мөмкин: туңдырылған лимон күп тапҡырға файҙалыраҡ. Бутҡаға, ашҡа, сәйгә бер бәләкәй ҡалаҡ туңған лимонды тышы менән ҡырып ашау организмға бик файҙалы.
Имбирь тамырын да көн дә ҡулланырға кәрәк. Ул - тәбиғи антибиотик. Ҡанды ла таҙарта, шыйығайта.
Сөгөлдөр ҡанды шыйығайта, токсиндарҙы сығара. Бешереп тә, сей көйө лә ашау файҙалы.
Көнөнә бер алма ашаған кеше ауырымай, тигән мәҡәл бар Европала.
Кивила С витамины күп. Көнөнә бер киви ашап торорға кәңәш ителә.
Емеш-еләк ашаған кешенең бит тиреһе аҡ, йомшаҡ ҡына була икән. Токсиндарҙы ла сығара, ҡанды яҡшырта.