

Сараны асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Илшат Солтангәрәев, район ветерандар Советы рәйесе Надежда Булавина, “Хәрби туғанлыҡ “ ойошмаһының Йылайыр районы буйынса бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Ураҡов менән батырҙың атаһы Рәил Юламанов сәләмләне һәм уйынсыларға мауыҡтырғыс, сәмле ярыш теләне. Баш судья Венер Ҡудашев турнир шарттары менән таныштырғандан һуң уйынға старт бирелде.
Батыр иҫтәлегенә икенсе йыл рәттән уҙғарылған был турнирҙа барлығы һигеҙ команда ҡатнашты. Майҙан хужалары Йылайырҙар, шулай уҡ райондың Юлдыбай һәм Йомағужа ауылдарынан килгән өс малайҙар һәм биш үҫмерҙәр командалары араһында уйын бик көсөргәнешле барҙы. Уйынсылар яҡшы физик әҙерлеге, командала эшләй белеүе һәм профессиональ спортсыларға хас оҫталыҡтары менән айырылып торҙо, көйәрмәндәр һәм тамашасылар өсөн мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы уйын күрһәтте.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса малайҙар командалары араһында беренсе урынды Юлдыбайҙың “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы командаһы яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Йылайыр ауылының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең беренсе һәм икенсе командалары үҙ-ара бүлеште. Үҫмерҙәр төркөмө араһында беренсе урынға Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыларынан торған команда сыҡты, 2-се баҫҡысҡа Йомағужа командаһы күтәрелһә, 3-сө урынға Юлдыбай ауылының “Батыр” физкультура -һауыҡтырыу комплексы футболсылары лайыҡ булды.
Шулай уҡ турнирҙа “Иң яҡшы ҡапҡасы” номинацияһында Айҙар Дәүләтҡолов
(“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы командаһы), “Иң яҡшы бомбардир” номинацияһында Нургиз Теләүмбәтов (Йомағужа урта мәктәбе командаһы), “Иң яҡшы уйынсы” номинацияһында Арыҫлан Мостафин (Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы командаһы) һәм “Иң яҡшы һаҡсы” номинацияһында Артем Горшенин (Юлдыбай ауылының «Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы командаһы) билдәләнде.
Ярыш еңеүселәре миҙалдар, статуэткалар һәм Юламановтар ғаиләһенән аҡсалата премиялар менән бүләкләнде.
Турнир барышында уйынсылар Юламановтар ғаиләһе әҙерләгән тәмле былау, ҡайнар сәй менән һыйланды һәм икенсе йыл тағы ла күберәк составта осрашырға тигән теләк менән таралышты.
Иштуған Рәил улы Юламанов иҫтәлегенә ярыштар киләсәктә лә уҙғарылып, матур традицияға әйләнеп китер тигән өмөттә ҡалайыҡ. Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс булһын!