Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы республикабыҙҙа 2020 йылда Радий Хәбиров инициативаһы буйынса эшләй башланы. Ошо йылдар эсендә ул үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатланы. Мәҫәлән, «Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, 2024 йылда программаның төрлө сараларында 470 меңдән ашыу кеше йәки республиканың өлкән йәштәге кешеләренең яртыһы ҡатнашҡан.
Был программаның төп маҡсаты булып – оло йәштәгеләр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыуҙы, сифатлы социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе, һөнәри белем биреүҙе, мәшғүллекте тәьмин итеүҙе, ижади әүҙемлекте дәртләндереүҙе, оло йәштәгеләрҙе ирекмәнлек һәм остазлыҡ, туризм программаларына йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота.
– Беҙҙең районда ла был программа йүнәлешендә әүҙем генә эш алып барыла. Мәҫәлән, йыл һайын район кимәлендә ветерандар өсөн спортакиада уйындары ойошторола, быйыл да спортакиада 11 команда ҡатнашлығында бик яҡшы һөҙөмтәләр менән үтеп китте. Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан ГТО нормаларын тапшырыуҙа ла ихлас ҡатнашалар, ә инде еңеүселәргә физкультура һауыҡтырыу комплексына 10 мең һумлыҡ сертификаттар бирелә. Оло быуын вәкилдәре республика, район кимәлендә ойошторолған мәҙәни, дини сараларҙа һәр ваҡыт ҡатнашып торалар. Һәр ауылда тиерлек йыр, бейеү, инструменталь ансамблдәр бар, мәҫәлән: Йылайыр ауылынан «Тәңкәбикә» халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Фәндиҙә Ғәлимйән ҡыҙы Ҡоҙашева), «Родные напевы» (етәксеһе БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гульнара Фидаевна Суровцова), Яманһаҙ ауылынан «Әхирәттәр» халыҡ ансамбле (етәксеһе Вәсилә Мәүлетдин ҡыҙы Хәмитова), Йомағужа ауылынан «Хазина» гармунсылар ансамбле (етәксеһе Искәндәр Сәйетбаттал улы Аҡҡужин), «Ҡайтауаз» фольклор ансамбле (етәксеһе Ғәлиә Мәхәмәҙей ҡыҙы Хәсәнова) һәм башҡалар.
Бөгөн илебеҙ ауыр мәлдәр кисерә, ошондай ваҡытта районыбыҙ ветерандары волонтерлыҡ эшмәкәрлегендә бик теләп ҡатнаша. Уларҙың ҙур тырышлығы, ярҙамы менән бик күп эштәр башҡарылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк. Улар маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре яһай, кейемдәр тегә, аҙыҡ-түлек әҙерләп МХО барышында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам итә.
– «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» программаһының «Туризм» йүнәлеше буйынса башҡарылған эштәр ҙә бик күп. Өлкән йәштәге райондаштарыбыҙ был программа сиктәрендә «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыу, Баймаҡ районының иҫтәлекле урындарын күреү, Башҡортостан Республикаһының иң тәрән күле – «Яҡты күл»гә сәйәхәт итеү, Бөрйән районында урынлашҡан Башҡортостандың дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығындағы «Шүлгәнташ» мәмерйәһен барып күреү, Белорет районындағы «Абзаково» аквопаркында ял итеү мөмкинлектәренә эйә булды. Әлбиттә был эштәр ярҙамсыларһыҙ үтмәне, улар исемлегендә ветерандарҙың беренсел ойошмалар вәкилдәре: Рәшит Ғәлимйән улы Иҫәндәүләтов (Юлдыбай ауыл биләмәһе), Ләлә Хәйретдин ҡыҙы Халиҡова (Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе), Хәмдиә Ғиниәт ҡыҙы Биктимерова (Йылайыр ауылының коррекция мәктәбе), – тип асыҡлыҡтар индереп үтте Йылайыр районының ветерандар советы председателе Надежда Ивановна Булавина.
Быйылғы йылда ла «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» проекты «Ғаилә» милли проектының «Өлкән быуын» федераль проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡабул ителгән шул уҡ исемле төбәк программаһы сиктәрендә эшен дауам итәсәк. Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, программала яңы саралар барлыҡҡа киләсәк: оҫталыҡ дәрестәре, финанс грамоталылығы буйынса консультациялар, студенттар отрядтары менән тематик саралар, көндөҙгө үҙәктәр ойоштороу һәм башҡалар. Республикабыҙ буйлап бер көнлөк турҙарға 15 мең өлкән йәштәге граждандар сыға аласаҡ, 1333-әр турист льготалы шарттарҙа Беларуссияға юллана аласаҡ, тип күҙаллана.