+21 °С
Болотло
Алдашыу көнөндә кисә,
Ныҡ уҫал шаярттылар.
Тауыҡ урлағанһың,тиеп,
Юҡтан ғәйеп таҡтылар.
Ярай әле белеп ҡалдым,
Көлкө көнө икәнен.
Шаяныраҡ кешеләрҙең
Утҡа бензин һипкәнен.
Киленем дә "ҡайтып киткән",
Бер ҙә юҡҡа "үсегеп".
Ярай аңлап ҡалдым әле,
Айышына төшөнөп.
Һаҡ булығыҙ,урлаша,-тип,
Ссылка ебәрҙеләр.
Ватсаптарҙа зыҡ ҡуптылар,
Минең кеүек әбейҙәр.
Админдәрҙең тетмәләрен,
Тетепме һуң теттеләр.
Статья-фәләндәр күрһәтеп,
Судҡа биреп бөттөләр.
Үҙем алдап өлгөрмәнем,
Үҙемде алданылар.
Шаяндар минең нервының,
Ныҡлығын һынанылар.
Әлдә нисек түҙҙем икән,
Ебәрмәй өс хәрефкә?
Әбейҙәр ҙә "тауыҡ урлап"
Инеп ҡалдыҡ "тарихҡа".
Урлашмайыҡ,алдашмайыҡ
Татыу-татлы йәшәйек.
Алданыу-шаярыуҙарҙы,
Апрель һайын иҫләйек.
ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.