Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Апрель 2025, 18:23

Организмды таҙартабыҙ, яратҡан миҙгелебеҙгә әҙерләнәбеҙ

Был үҫемлек ярҙамында организмды шлактарҙан арындырыу ғына түгел, ҡанды ла таҙартырға мөмкин. 

Организмды таҙартабыҙ, яратҡан миҙгелебеҙгә әҙерләнәбеҙОрганизмды таҙартабыҙ, яратҡан миҙгелебеҙгә әҙерләнәбеҙ
Организмды таҙартабыҙ, яратҡан миҙгелебеҙгә әҙерләнәбеҙ

 Көслө ағыуланыуҙан йә химиотерапиянан һуң, был үҫемлек организмдан насар матдәләрҙе һәм токсиндарҙы ҡыуып, тиҙ арала уларҙың кире эҙемтәләренән ҡотолорға ярҙам итер.

Организмды таҙартыу өсөн уның һуты һәм төнәтмәһе файҙаланыла.


1. Ҡанды таҙартыу өсөн бер балғалаҡ кипкән тамырына бер стакан һыу ҡойоп, утҡа ҡуйырға һәм бер-ике минут ҡайнатып алырға. Ошо төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ас ҡарынға берәр стакан эсергә.


2. Дегәнәктең алты емешен алып, өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Өҫтөн ҡапҡас менән ябып, талғын утта 20 минут ҡайнатырға. Сәнскеләрҙән әҙерләнгән төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ас ҡарынға берәр стакан эсергә. Таҙарыныу өсөн ике аҙна эсергә кәңәш ителә.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас