Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
15 Апрель 2025, 10:03

Кемдәргә һарымһаҡ ашарға ярамай?

ИҒТИБАР: Ҡәтғи тыйыла!

Кемдәргә һарымһаҡ ашарға ярамай?Кемдәргә һарымһаҡ ашарға ярамай?
Кемдәргә һарымһаҡ ашарға ярамай?

Табиптар фекеренсә, ҡайһы бер сирҙәр менән яфаланғанда һарымһаҡты ашау тыйыла икән. Бына улар.

Шулай итеп, бауыр йәки бөйөрөгөҙҙә проблема бар икән, һарымһаҡты ашта ҡулланмаҫҡа кәңәш ителә. Ундағы зарарлы матдәләрҙең күп булыуы был ағзалар эшмәкәрлегенең боҙолоуына килтереүе ихтимал. Диарея менән йонсоғандарға ла һарымһаҡ ашау тыйыла, сөнки ул эсәкте ҡуҙғыта һәм елһенеүгә килтерә.

Күҙ сирҙәре булғандарға ла һарымһаҡтан баш тартыу хәйерлерәк. Табиптар белдереүенсә, был күҙҙең лайлалы тиресенең елһенеүенә килтерә. Гипотония менән йонсоғандарға шулай уҡ тыйылырға кәңәш итәбеҙ, ул ҡан баҫымын төшөрә.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас