

Йыйылышта шулай уҡ район хакимиәте башлығының агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса урынбаҫары – ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Вадим Ғәлимулла улы Шәйәхмәтов, ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотманов, район ветеринария хеҙмәте начальнигы Рита Әҡсән ҡыҙы Күҙәшева, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының инструкторы Шәһит Хөснөтдин улы Байназаров, административ участкаһының полиция вәкиле, өлкән лейтенант Тимур Тимерйән улы Йәнтилин, урындағы ветерандар Советы рәйесе Ләйлә Хәйретдин ҡыҙы Халиҡова ҡатнашты.
– Ҡәнзәфәр ауылы советы биләмәһенә ҡараған дүрт ауылда даими йәшәүсе халыҡ һаны бөгөнгө көндә 498 кешене тәшкил итә. Ауылдарыбыҙ «өлкәнәйеүенә» ҡарамаҫтан, райондың иң матур ауылдары иҫәбендәбеҙ, тип ғорурланып әйтә алам, сөнки беҙҙә халыҡ татыу, эшсән, берҙәм, бына тигән итеп донъя көтәләр, ауыл төҙөк булһын өсөн бар көстәрен һалалар. Ауыл биләмәһендә йәшәү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған: мәктәп, балалар баҡсаһы, магазин, почта, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәҙәниәт һәм ял үҙәктәре, 10-лап хужалыҡ пилорамалары, ветеринария хеҙмәте, социаль хеҙмәткәр эшләп килә.
Ауылдарыбыҙҙың тормошо алға барыуында төрлө программаларҙа ҡатнашыуыбыҙ ныҡлы ярҙам булып тора. Мәҫәлән, үткән йылда үткәрелгән «Башҡортостан Республикаһының иң
яҡшы муниципаль берәмеге» республика конкур-сында беренсе урынға сығып 300 мең аҡсаға эйә булдыҡ, ул аҡсаға иһә Йомағужа ауылына ингән яҡҡа яңы стелла урынлаштырҙыҡ.
Шулай уҡ Сәләх ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашып, 3 млн. һум алыуға өлгәште, һөҙөмтәлә ауылда ҙур, яңы, заманса ял итеү урыны булдырылды. Әммә әлеге паркты, шул иҫәптән ауыл музейын тейешле тәртиптә тотоу өсөн эшсе ҡул кәрәклеге проблемаһы тыуҙы... Һорауым менән район башлығы Борис Николаевичҡа мөрәжәғәт иттем һәм ул шундуҡ ҡулы һуҙҙы, 1 майҙан бер кешене эшкә алыу мөмкинселеге буласаҡ. “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһы сиктәрендә ауыл биләмәһендә бик күп файҙалы эштәр башҡарылды: трактор һатып алынды, юлдар рәткә һалынды, төҙөкләндереү мәсьәләләре хәл ителде, дүрт ауылда ла яҡтыртыу ҡорамалдары яңыртылды һәм башҡа мөһим эштәр атҡарып сығарылды. Быйыл да ошо программа аша үтеп китһәк, Йомағужа ауылындағы обелискты яңыртыу эше планға алынған. Район етәкселеге, урындағы ерле халыҡ ярҙамында ауыл киләсәктә лә тағы ла төҙөкләнер, матурайыр тигән өмөт менән, алдыбыҙға ҡуйылғандарҙы башҡарыуҙы дауам итәбеҙ, туҡтап ҡалмайбыҙ, – тип отчет менән сығыш яһаны ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Мөхтәр улы.
Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедовҡа бирелде. Үҙ сығышында ул Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһендә башҡарылған эштәргә юғары баһа бирҙе һәм бик күп идеяларҙы бойомға ашырыусы Рөстәм Мөхтәр улына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Халыҡтың район башлығы менән уртаҡлашыр мәсьәләләре лә, һорауҙары ла, әйтер һүҙҙәре лә күп йыйылғайны. Ике сәғәттән ашыуыраҡ дауам иткән йыйылышта бик күп проблемалар күтәрелде, уларҙы сисеү юлдары ҡаралды, ҡайһылары киләсәктә хәл ителер өсөн айырым контролгә алынды. Үкенескә ҡаршы, илдәге барған ҡатмарлы шарттар арҡаһында проблемаларҙың барыһын да тиҙ арала хәл итеп булмай икәнлеге билдәле. Шулай ҙа район етәксеһе күтәрелгән һәр һорауға компетентлы яуап һәм тейешле аңлатма биреп үтте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ауыл халҡынан күрһәтелгән ярҙамдары өсөн дә район башлығы айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. “Беҙҙең берҙәмлекте тойоу егеттәребеҙгә көс-ғәйрәт биреренә, тиҙ арала илебеҙгә еңеү алып килеүҙәренә ышанам, – тине район етәксеһе.
Ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Вадим Ғәлимулла улы Шәйәхмәтов биләмә халҡына крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын, шәхси эшҡыуар эштәрен алып барыу буйынса яңы программалар менән таныштырып үтте, шулай уҡ пай ерҙәрен законлы рәүештә рәсмиләштерергә саҡырҙы, ер рәсмиләштерелгән ваҡытта фермерҙарға субсидиялар барлығы тураһында мәғлүмәтте еткерҙе. Шулай уҡ ауыл хужалығын яҡшы кимәлдә алып барыу өсөн урындағы халыҡҡа тәҡдимдәр биреп, малсылыҡтан тейешле күләмдә продукция алыу өсөн генетик потенциал һәм малсылыҡ технологиялары - яһалма аталандырыу, малдың тоҡомон алмаштырыу, етештереүсәнлекте арттырыу менән шөғөлләнеүҙе кәрәк икәнлеген атап үтте. Бөгөнгө көндә яңы ҡануниәткә ярашлы мал-тыуарҙы биркалау, чиптар ҡуйҙырыу кәрәк икәнлеген иҫкәртте. Ауыл хужалығы йүнәлешенә ҡараған йорт хайуандарын тамғалау законға таянып башҡарыла. Ҡарарға ярашлы, ат, һыйыр малы, кәзә-һарыҡ һ.б. иҫәпкә алынып, тамға һалыу мотлаҡ. Был мал хужаларының яуаплылығын арттырыу, ҡарауһыҙ йөрөгән мал проблемаһын бөтөрөү, район биләмәһендә санитар-эпидемиологик хәл-торошто яҡшыртыу өсөн уңайлы, – тип билдәләп үтте Вадим Ғәлимулла улы. Шулай уө ул 20 майҙа биләмәлә үтәсәк техник тикшереүгә техниканы тейешле кимәлдә әҙерләргә тигән талап еткерҙе. Әгәр һеҙҙе борсоған һорауҙар бар икән, шәхсән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ (ҡабул итеү көнө –дүшәмбе төштән һуң).
Район ветеринария хеҙмәте начальнигы Рита Әҡсән ҡыҙы Күҙәшева малдарҙы тамғалау эштәрен йомғаҡларға саҡырҙы. Миҫал итеп әйткәндә, ауыл биләмәһендә 300-ҙән ашыу ат малы иҫәпләнә, шуларҙың барыһы ла биркалы, йәки булмаһа чиплы булырға тейеш. Биләмә халҡы араһында был эште ҡәтғи рәүештә үтәргә теләмәүселәр ҙә бар, улар менән һөйләшеү алып барыла. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: әгәр ҙә мал хужалары тамғалау тәртибен боҙһа, уларға ҡарата административ яза – штраф ҡулланыласаҡ. Малдарҙы ныҡлы тикшереү аҫтына алырға, ситтән мал һатып алмай торорға кәрәклегелә әйтеп үтелде. Был саралар үҙебеҙҙе әле башҡа райондарҙа таралған мал ауырыуынан ҡурсалау ысулы булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бәйһеҙ эт хужаларын яуаплылыҡҡа тарттырыу, штраф һалыныуы тураһында иҫкәртте.
Рита Әҡсән ҡыҙы етеп килгән Ҡорбан байрамына сығышы менән Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһенән булған яҡташ егеттәребеҙҙең ҡайтып һарыҡ малын йыйыуҙарына ҡағылышлы мәсәләне лә күтәрҙе. Ни өсөн тигәндә, һатыуға китәсәк һарыҡ малдарында мотлаҡ рәүештә тейешле привикалар булыуы шарт һәм һатыр алдынан бер ай карантинда тотолорға тейеш, - тип асыҡлыҡтар индереп үтте.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының инструкторы Шәһит Хөснөтдин улы Байназаров үҙ сығышында:
– Йылытыу миҙгелен уңышлы үттек тип әйтһәк тә була, биләмәлә бер өйҙә янғын сығыуы теркәлде, иң мөһиме, үлем осрағы булманы! 18 апрелдән айырыуса хәүефле янғын осоро иғлан ителгән, һәр ваҡыттағыса, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ! Хәҙер бар халыҡ йорт-тирәһен таҙалай, өмәләр ойошторола, шунлыҡтан шәхси хужалыҡта ҡый яҡмаҫҡа саҡырам! Бөтәгеҙ ҙә ишетеп беләгеҙ, күп кенә өйҙәргә янғынды иҫкәрткестәр ҡуйылды. Әгәр ҙә кемдәрҙә юҡ, алырға тәҡдим итәбеҙ, ни өсөн тигәндә, бер ҡараһаң, янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы ваҡ-төйәк кеүек, әммә фажиғә булыуҙан ҡотҡарыуы ихтимал. Был приборҙы бушлай алыуға хоҡуҡлы айырым категориялар бар, мәҫәлән, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре. Уттан һаҡ булығыҙ, күрше райондарҙа булған ҡурҡыныс янғындар хаҡында онотмағыҙ,– тине Шәһит Хөснөтдин улы.
Административ участкаһының полиция вәкиле, өлкән лейтенант Тимур Тимерйән улы Йәнтилин иҫерек килеш руль артына ултырған транспорт хужаларын, йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоусы мотоциклистарға бик ҡаты яза булыуы тураһында иҫкәртте, ауылда халыҡҡа үлем, ағыу (иҫерткес эсемлектәр) һатыусылар менән ҡәтғи көрәш ойоштороласаҡ тип әйттеп үтте.
Йыйылышты тамамлап, район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов биләмә халҡына артабан да ауылдарҙың киләсәген бергәләп ҡайғыртыуҙарын, барлыҡ башланыстарҙы берҙәмлек менән атҡарыуҙарын теләне.
Бына шундай күтәренке рухта тамамланды Ҡәнзәфәр ауыл советы биләмәһе халҡы менән осрашыу.