Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Апрель 2025, 07:36

Һәр быуындың үҙ батыры

Һәр замандың – үҙ йыры, һәр быуындың – үҙ батыры, тигәндәй, бөгөн геройҙарҙы әллә ҡайҙан ситтән эҙләргә кәрәкмәй, улар – беҙҙең арала. Украиналағы махсус хәрби операция башланыу менән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәребеҙ илебеҙ һағына баҫты. Улар бөгөн үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Махсус хәрби операция барышында тыуған илен һаҡлау өсөн алыша, йәнен-тәнен аямай ут эсенә инә. Ә был мәҡәләмде,  ҡаты яраланып, әлеге көндә госпиталдә үҙ ғүмере өсөн көрәшеүсе яҡташыбыҙ тураһында яҙып үтмәксемен...

Һәр быуындың үҙ батырыҺәр быуындың үҙ батыры
Һәр быуындың үҙ батыры

Бала саҡтан уҡ етеҙ, эшһөйәр, уҡыуҙа ла шәп булған, спорт һөйөүсән Илнур Ғәлиев Йомағужа ауылында Миңһылыу һәм Булат Ғәлиевтарҙың күп балалы ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә.

Олпат буйлы ир-егет ҡорона ингән Илнур хәҙер инде үҙе ике балаға ғүмер биргән атай. Тормошобоҙға ауыр мәлдәр килде... Үткән йылдың бер көнөндә ул: «Тыуған илгә яу килгәндә тыныс ҡына ятып ҡала алмайым, мин дә хәрби операция зонаһына юлланам», тигән теләген әйтеп һала. Был ҡарарға, әлбиттә, туғандары ла, ҡатыны Гөлнара ла ҡырҡа ҡаршы була. Әммә был туҡтатыуҙар файҙаһыҙ була, сөнки батыр егет “илде һаҡлау – ир-егеттең төп бурысы” тигән төплө фекер менән йәшәй.

Эйе, уның уйында һәр ваҡыт яу яланына юлланған дуҫтары, таныш егеттәре була. Һәм улар янына барып ярҙам итергә тигән маҡсат ҡуя Илнур. Шулай итеп, 2024 йылдың июль айында махсус хәрби операция зонаһына юл ала. Ҡаты алыштарҙың уртаһында булған яҡташыбыҙ хәрби заданиеларҙы үтәгән ваҡытта  ике тапҡыр ҡаты яралана. Ауыртыу, һыҙланыуҙар аша беренсе яраланғанында уҡ госпиталгә эләгә. Тейешле дауаланыу курсы үткәндән һуң ул үҙенең батырлығын тағы ла һынап ҡарарға була, тыуған иле, ере өсөн яңынан сафҡа баҫа. Тик  һуғыш аяуһыҙ шул... ҡыҙғанысҡа ҡаршы артабанғы хәрби задание барышында Илнур икенсегә яралана.

– «ГИБА» позывнойлы хәрби хәбәрһеҙ юғалды, тигәнде ишеткәс, аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай булды. Бер-нисә секунд эсендә башымдан ҡырамаһа-ҡырҡ уй,  эҫеле-һыуыҡлы булып, йәшен тиҙлегендәй йүгереп үтте. Ҡайҙан табырға, нимәгә әҙерләнергә, кемдән ярҙам һорарға, иҫәнме, юҡмы, кемгә мөрәжәғәт итергә тигән һорауҙар ут кеүек сорнап алды үҙемде, – тип моңһоу уй-тойғолары менән уртаҡлаша Гөлнара апай. – Алламдың биргәненә шөкөр, һигеҙ көн буйына, яраһынан ҡанһырап ятҡан еренән, ғүмере өҙөлөрҙәй сиккә еткәндә, ҡәҙерле кешемде эвакуация яу яланынан алып сығырға ярҙам итеп, госпиталгә оҙатҡан. Ул иҫән! Минең өсөн иң мөһиме шул ине! – ти йөрәген «ус эсенә» алған ҡатын.

– Үҙемде ҡулға алып Санкт-Петербург ҡалаһында урынлашҡан госпиталгә уның янына юл тоттом, – тип һүҙен дауам итте Гөлнара. – Бер туған ҡустым менән бер туған апайым самолетҡа билет алырға ярҙам итте, аэропорттан оҙатып ҡалдылар. Бер ҡасан да Башҡортостандан алыҫ йөрөгәнем булманы, ҙур ҡалаға барып төшкәс яңғыҙым ни эшләрмен икән, ҡайҙа барырмын тигән һорауҙар борсоно мине. Тик, яңғыҙлатманылар үҙемде, Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Хәләф ҡыҙы Ибраһимова, сығышы менән Баймаҡ районы Сосновка ауылынан булған тормош иптәше Динар менән ҡаршы алыуҙан башлап бөгөнгө көнгәсә ярҙам итәләр. Документ эштәре менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы депутаты, Ватан һаҡсылары ғаиләләре комитеты етәксеһе Эльвира Мацкевич бик ҙур ярҙам күрһәтте. Изге ғәмәлдәре өсөн уларға оло рәхмәтемде белдерәм.

Әлбиттә, тормош иптәшемде ауыр хәлдә, алған яраларынан һыҙланыуҙарына түҙә алмай ятҡанын күреү еңелдән булманы. Ләкин төшөнкөлөккә бирелергә тейеш түгел инем. Тик яҡшыға өмөтләнеп, тиҙерәк төҙәлеп, шәбәйеп аяҡҡа баҫыуын теләп, Аллаһ Тәғәләнән көнө-төнө ялбарып һорайым. Бына инде ике айҙан ашыу Илнурым табиптар менән бергә үҙ  ғүмере өсөн көрәш алып бара. Уның шәбәйеүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, үҙем дә хәлемдән килгән тиклем бар көсөмдө һалып уға ярҙам итергә тырышам. Ауыр ваҡытта төрлө яҡлап ярҙам иткән Йылайыр районы, тыуған яғым Бөрйән районы Ҡотан ауылы, Йомағужа ауылы халҡына, балаларымды ҡарап ҡалған әсәйемә, туғандарыбыҙға, ғаилә дуҫтарыбыҙға, көн-төн тип тормай хәлебеҙҙе белешеп тороусы Оксана Фирғәт ҡыҙы һәм Марина Александровнаға, беҙҙең өсөн һәр саҡ борсолоп, изге хәбәрҙәр көткән, доғалар ҡылған барлыҡ кешеләргә йөрәгемдең иң түренән сыҡҡан сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм. Бәлә-ҡазалар барыбыҙҙы ла урап үтһен, илебеҙгә тыныслыҡ килһен, ғәзиз ир-егеттәребеҙ бөтәһе лә иҫән-һау, имен-аман, теүәл генә тыуған яҡтарына ҡайтһындар. Беҙ күргәнде башҡа берәү ҙә кисермәһен ине, – тип изге теләктәрен теләне ҡыйыу йөрәкле Гөлнара апай.

Яу яланында сынығып, олпатланған яугиргә ошо ваҡыт эсендә күпме юғалтыуҙар кисерергә, һынауҙар аша үтергә тура килгән. Уның алған яраларын бөгөнгө көндә табиптар, яҡындары һәм тыныс тормош ҡына дауалай алыр. Яҡташ яугиребеҙҙе тыуған яғында балалары, туғандары, яҡындары түҙемһеҙлек менән көтә. Ә Ватаныбыҙ һәр дәүерҙә лә тап ошондай көслө рухлы, ҡыйыу йөрәкле батыр улдарына таяна.

Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә яҡташыбыҙға иң мөһиме һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ! Балалары хаҡына тулыһынса шәбәйеп, үҙ аяҡтарында тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булһын!

Үҙ ғүмерҙәрен аямай, илебеҙ, ғаиләләребеҙ, балаларыбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн көрәшкән батырҙарыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ. Алла бирһә, иҫән-һау, бәлә-ҡазаһыҙ тыуған яҡтарға, ғаиләләренә еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ.

Айһылыу ҠОЛҺАРИНА.

Фото ғаилә архивынан.

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас