Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
25 Апрель 2025, 06:47

Юлдыбайҙа бар шәп магазин!

«Мой оптовый» магазины бөгөн юлдыбайҙар өсөн генә түгел күрше тирәләге барлыҡ ауылдарҙы хеҙмәтләндерә. Ә уның етәксеһе һәм унда эшләгән ҡыҙҙар тырыш та, уңған да булыуҙары менән айырылып торалар.  

Юлдыбайҙа бар шәп магазин!Юлдыбайҙа бар шәп магазин!
Юлдыбайҙа бар шәп магазин!

Бер нисә йыл дауамында эшҡыуарлыҡ менән булышҡан Юлиә Таһированың һатыу нөктәһе бөгөнгө көндә гөрләп эшләп тора. Шулай булмай ни, ауылда йәшәгән халыҡҡа көнкүреш тауарҙары, аҙыҡ-түлек һәм бик күп кәрәк яраҡтар килеп торһа һәйбәт түгелме ни... Сибай ҡалаһында йәшәп, ауылда эш асҡан, бына тигән әрһеҙ йәш ғаилә Таһировтар бай ғына магазины менән дан тота. Шуныһы ҡыуаныслы, ауылда йәшәгән туғыҙ уңған ҡыҙҙар өсөн эш урыны ла булдырылған. Илдә эшһеҙлек хөкөм һөргән осорҙа, бик ҡулай булған бит был.


Был магазиндың һатыусылары ла хужалары кеүек үк бал ҡорттарындай егәрле. Һатып алыусыларына яҡшы мөғәләмәлә булған, һәр эшенә яуаплы булған сибәркәйҙәр бар тырышлығын һалып хеҙмәт итә.
Унда барып инһәң бөтә кәрәкле әйберҙәр ҙә бар, таҙалыҡ һәм тәртип тә булдырылған.

Магазинда халыҡ өсөн, балалар өсөн ойошторолған күп төрлө байрам саралары ла үтә. Тағы ла унда әллә күпме төрлө ҡиммәтле бүләктәр уйнатып розыгрыштар ҙа ойошторола.

Администратор вазифаһын башҡарған Лилиә барыһы менән дә уртаҡ тел табып эшенә яуаплы ҡарай. Кассирҙар Сулпан менән Миңлегөл һатып алыусылар менән иң мөһим хеҙмәтте үтәй, аҡса эше менән тулы һәм ентекле эш алып бара. Гөлнәзирә, Мөнирә, Альбина һәм Ләйсән зал өсөн яуап бирә. Кәштәләрҙәге тәртип тә тап уларҙың тырышлығы арҡаһында булдырылған.
Рәхилә менән Миңзәлә үрҙә әйтеп киткәнемсә «Мой Оптовый» магазинын иң таҙа тортҡан йыйыштырыусылар булып тора.

Был магазиндың эшенән һатып алыусылары бик ҡәнәғәт.

Әлбиттә ҡәнәғәт, сөнки хеҙмәтенә күңел биреп, уны яратып башҡарған магазиндың етәкселәре, эшҡыуарҙар Таһировтар һәм бында эшләгән һатыусы ханымдар бар бит!
Афарин, уларға!

Юлдыбайҙа бар шәп магазин!
Юлдыбайҙа бар шәп магазин!
Юлдыбайҙа бар шәп магазин!
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас