

Республикала “Атайсал” проекты 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы буйынса башланғайны. Ошо ваҡыт эсендә унда 7500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, 31 меңдән күберәк проекттар тормошҡа ашырылған. Уларҙың дөйөм суммаһы – 1 миллиард 750 миллион һумдан ашыу.
Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Уның белдереүенсә, проект артабан үҫешә һәм үҙенең форматын киңәйтә.
– Әгәр башта был тыуған ауыл йәки ҡала мәнфәғәтенә хәрәкәт булһа, бөгөн ул беҙҙең уртаҡ берҙәмлектең сағылышына әйләнде. Бөгөн "Атайсал" Башҡортостандан ситтә уңышҡа өлгәшкән һәм үҙенең бәләкәй ватанына ярҙам иткән кешеләрҙе берләштерә. Тыуған яғының сәскә атыуына үҙ өлөшөн индергән бында йәшәгән һәм эшләгәндәрҙе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүселәрҙе. “Атайсал” республикаға һәм бөтә илгә файҙа килтергән мөһим реаль эштәргә нигеҙләнгән дөйөм милли хәрәкәткә әүерелә тип әйтергә була, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Махсус хәрби операция башланғас “Атайсал” проекты ла үҙгәрҙе. Хәҙер ул яугирҙәргә ярҙам итеүселәрҙе лә берләштерә. Сарала хәрбиҙәр бик күп булды. Улар үҙҙәре лә атайсалын төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерә.
– Ошо йылдар эсендә 1,750 миллиард һумлыҡ эштәр башҡарылды. Әммә был ҙур сумма ла беҙҙең хәрәкәттең бөтә масштабын сағылдырмай. Бөтә нәмәне лә аҡса менән үлсәп булмай. Күптәр үҙ көсөн һалып, үҙ хеҙмәттәре менән ярҙам итә. Форумда ҡатнашыусылар бик күп файҙалы башланғыстарҙы тормошҡа ашырҙы – 950-гә яҡын балалар һәм спорт майҙансыҡтарын йыһазландырҙы, 500-ҙән ашыу мәсет һәм сиркәү төҙөнө һәм ремонтланы. Меңгә яҡын ҡәберлек, 2000-дән ашыу һәйкәл һәм обелиск тәртипкә килтерелгән. Йөҙҙәрсә саҡрым юл ремонтланды. 900-ҙән ашыу шишмә төҙөкләндерелде. 15 меңдән ашыу мөһим ваҡиға сараһы үткәрелгән. Изге эштәр исемлеге бик ҙур", – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы үҙенең сығышында “Атайсал” проектында ҡатнашҡан ҡайһы бер кешеләргә айырым туҡталды.
– “Жилстройинвест" компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Рәбис Сәлихов Илеш районының Дөмәй ауылында мәсет төҙөнө һәм асты, ул былтыр тыуған ауылының ысын архитектура биҙәге, уның рухи үҙәге булды. “Атайсал”дың Башҡортостандан ситтә уңышлы тормошҡа ашырылыуының матур миҫалдары ла бар. Силәбе өлкәһенең Солтан башҡорт ауылында тыуып үҫкән Камил Хәйруллин Санкт-Петербургта уңышлы бизнес ойошторған, ләкин үҙенең бәләкәй ватанын онотмаған. Бер нисә йыл элек ул тыуған ауылында яңы йорттар төҙөргә һәм уларҙы Солтан ауылына бушлай бирергә ҡарар итә. Әле Камил Әғзәм улы был ауылға күсеп, уны тергеҙергә теләүселәргә финанс ярҙам күрһәтә. Ул шулай уҡ урындағы балалар баҡсаһын һәм мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, сыр ҡайнатыу заводы аса, урындағы фермерҙарға ярҙам итә, – тине ул.