Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
4 Июнь 2025, 03:58

Йәшен һәм көслө ел тураһында иҫкәртәбеҙ!

Киләһе тәүлектә Башҡортостанда хәүефле метеорологик күренештәр фаразлана.

Синоптиктар Башҡортостанда йәшен һәм көслө ел тураһында иҫкәртте

Киләһе тәүлектә Башҡортостанда хәүефле метеорологик күренештәр фаразлана. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, йәшен йәшнәүе, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы, йәшен ваҡытында елдең секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе мөмкин. Иртәгә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә.

Һауа температураһы төндә +7, +12°, көндөҙ +15, +20°. Ямғыр яуғанда юлдарҙың айырым участкаларында 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас