Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
9 Июнь 2025, 09:00

Баҡса еләгенән пирог. Еләктәрегеҙ өлгөрмәнеме әле?

Был ризыҡты әҙерләү өсөн әллә ни күп ваҡыт талап ителмәй. Ә уның тәмлелеге...  

Баҡса еләгенән пирог. Еләктәрегеҙ өлгөрмәнеме әле?Баҡса еләгенән пирог. Еләктәрегеҙ өлгөрмәнеме әле?
Баҡса еләгенән пирог. Еләктәрегеҙ өлгөрмәнеме әле?

Ҡамыр өсөн: 1,5 стакан ондо 125 грамм ебетелгән аҡ май белән ыуырға кирәк. Шуға 100 грамм шәкәр ҡомо, 0,5 сәй ҡалағы разрыхлитель, аҙ ғына сәй содаһы, 3 йомортҡа һарыһын ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Эслек яһағансы, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға кәрәк.


Эслек өсөн: 3 йомортҡа ағын ҡабартырға, аҙ-аҙлап ҡына 100 грамм шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы крахмал, 1,5 ҡалаҡ он, 0,5 сәй ҡалағы разрыхлитель өҫтәргә кәрәк. Унан һуң еләкте ҡушып, барыһын бергә болғатабыҙ. Майланған табаға ҡамырҙы ҡул менән генә йәйеп, эслекте ағыҙғас, духовкала 180 градуста 40-45 минут бешерәбеҙ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас