Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
25 Июнь 2025, 06:34

Ил сиге һаҡсыһы һәр ваҡыт сафта

Уҙған шәмбелә Йылайырҙа СССР һәм Рәсәй сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының етенсе слеты булып уҙҙы. Унда Сибай ҡалаһынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла һәм Учалы райондарынан йәшел фуражкалар кейгән яугирҙәр ҡәрҙәшлеге вәкилдәре ҡатнашты.

Күрше райондарҙан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу Йылайыр районы Юлдыбай ауылында башланып китте. Бында улар сик буйы ғәскәрҙәренә арналған - сик һаҡсыһы һәм уның дуҫы һәйкәле янына сәскәләр һалды.

Йылайырҙың үҙәк майҙанында дауам иткән сарала район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов слетта ҡатнашыусы барлыҡ ветерандарҙы ихлас күңелдән тәбрикләп изге теләктәрен еткерҙе. Үҙ сығышынан һуң район етәксеһе ветерандар хәрәкәте активистары төркөмөнә төбәк йәмәғәт палатаһының почет грамоталарын һәм Йылайыр районы хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырып үтте.

Слетта ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының запастағы сик һаҡсыларының координация Советы рәйесе Закир Хәмитов һәм «Сик» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илдус Макулов сәләмләне. Улар урал Аръяғы райондары ветерандарының эшмәкәрлектең бөтә йүнәлештәре буйынса әүҙемлеген билдәләне, уларға артабан да уңыштар теләне.

Сәләмләү һүҙе менән йыйылыусыларҙы Сибай ҡалаһы яугир-интернационалистар ойошмаһы рәйесе, сик һаҡсыһы ветераны Рәсүл Әминев тәбрикләп үтте.

Сараның рәсми өлөшө Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡуйылған обелиск янында дауам итте. Бында слетта ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәре һәм изге теләктәре менән район ветерандар советы рәйесе Надежда Булавина сығыш яһаны. Митингта ҡатнашыусылар яугир-яҡташтар обелискыһына сәскәләр һалды, уларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Өс тапҡыр ҡорал залпы яңғыратылды.

Сараның рәсми өлөшөн тамамлап, хәрби дан аллеяһында ла митинг ойошторолдо. Бында йыйылыусыларҙы тәбрикләп «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһының район бүлексәһе рәйесе Рөстәм Ураҡов сығыш яһаны. Артабан слетта ҡатнашыусылар йөкмәткеле мәҙәни-спорт программаһында ҡатнашып яҡшы тәҫораттар, күтәренке рух ныҡлығы менән таралышты.

Тарихҡа байҡау яһаһаҡ, беҙҙең халыҡ ғүмере буйы үҙ иленең сиген һаҡлап йәшәгән. Рәсәй дәүләтенә ҡушылғас, уның көнсығыш сиктәрен баҫҡынсыларҙан һаҡлауҙы бурыс итеп алған. Батырҙарыбыҙ үҙҙәрен ҡыйыу, тоғро ғәскәр итеп белгертә. Бөгөнгө көндә лә егеттәребеҙ Ватан алдындағы изге бурыстарын намыҫлы үтәп ил сигендә торалар. Һеҙ ҙә сик буйҙарында илебеҙҙе һаҡлап хеҙмәт иткәнһегеҙ. Йәшел фуражкалыларҙың барыһына ла үҙ-ара татыу, көслө рухлы, тыуған ерҙәренә һәм халҡына тоғро булыуҙарын теләйбеҙ. Ватаныбыҙҙың иң көслө һәм иң сыҙам заттары ла тап ил сиге һаҡсылары. Һеҙҙе бушҡа ғына илдең ҡалҡаны тип атамайҙар. Ошо исемгә тап төшөрмәгеҙ!

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас