Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
2 Июль 2025, 11:00

ИМАНЛЫ БУЛҺЫН БАЛАЛАР!

Йылайыр районының Һынташ ауылы тәбиғәттең хозур мөйөшөндә урынлашҡан. Тирә-яғында тау-урмандар, яҡында ғына Һаҡмар йылғаһы аға. Арыраҡ урын алған “Дуҫлыҡ” лагеры ла шул матурлыҡҡа йәм өҫтәй. Ҡаянан ҡаяға ҡаҡлығып, тағы ла көсәйә төшкән балаларҙың шат тауышы ундағы йәнле тормошто күҙ алдына баҫтыра. Аллаһтың рәхмәте менән бына инде өсөнсө йыл рәттән “Дуҫлыҡ” лагерында киләсәк быуынды әхлаҡле итеп үҫтереү һәм тәрбиәләү маҡсатында дини лагерь ойошторолдо. Унда 8 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге йөҙҙән ашыу ҡыҙҙар һәм малайҙар иман байлыҡтарын арттырып, дини ғилем туплап, рәхәтләнеп ял иттеләр.

ИМАНЛЫ БУЛҺЫН БАЛАЛАР!ИМАНЛЫ БУЛҺЫН БАЛАЛАР!
ИМАНЛЫ БУЛҺЫН БАЛАЛАР!

Балалар тәрбиәһе тураһында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм балаларға бик ҙур мәртәбә һәм әһәмиәт биреп, үҙенең бер күркәм хәҙисендә: "Балаларығыҙға ихтирам күрһәтегеҙ, уларҙы ысын кешеләр итеп тәрбиәләгеҙ", - тигән. Был хәҙистән шуны аңларға була: ата - әсәләр өсөн бала тәрбиәләү эше, дини белем биреү төп вазифаларҙан һанала.

Лагерҙы ойоштороусылар балаларға Аллаһтың барлығын һәм берлеген аңлатыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ. Уға башта ни яҙаһың, шул ҡала. Лагерҙа балалар аҡыда, фиҡһ, пәйғәмбәрҙәр тарихы фәндәре буйынса белем алды. Вожатыйҙар бөтәһе лә дини ғилемле ине. Дәрес барышында балалар ҡыҫҡа сүрәләр, файҙалы доғалар ятланы, бергәләшеп намаҙ уҡыны. Вожатыйҙар билдәләп үтеүенсә, балаларҙың хәтеренә һоҡланырлыҡ, улар бирелгән материалды шунда уҡ отоп ала, үткән темалар буйынса ла шартлатып яуап бирә. Балалар мауыҡтырғыс тарихи ваҡиғаларҙы, риүәйәттәрҙе яратып тыңланы. Көн һайын кис пәйғәмбәрҙәр тарихы буйынса фильмдар күрһәтелде. Фантазияға бай булған балалар, төрлө-төрлө иҫ киткес һорауҙар биреп, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар. Ете көн эсендә балаларға әллә ниндәй белем биреп булмауы билдәле. Бында өйрәнгәндәрҙең әҙ генә өлөшөн булһа ла хәтерҙәрендә ҡалдырһалар, беҙҙең өсөн шул ҙур уңыш, - ти вожатыйҙар.

Лагерҙа дәрестәрҙән тыш төрлө мауыҡтырғыс конкурстар һәм викториналар ойошторолдо. Шулай уҡ лагерь программаһы сиктәрендә тәбиғәткә экскурсия менән барыу, Һынташ ауылының мәсетен барып күреү, малайҙарҙың ҙур теләк менән спорт ярыштарында ҡатнашыы, ҡыҙҙарҙың ҡул эштәре менән булышыуы һәм башҡалар балаларҙың күңеленә хуш килде. Лагерҙың һуңғы көнөндә һәр бала иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.

Балалар - беҙҙең киләсәгебеҙ. Шуға күрә уларҙың күңелдәренә тик изгелек орлоҡтарын ғына сәсеү зарур. Балалар ошо лагерҙа алған ғилемдәре арҡылы динде дөрөҫ итеп дауам итеүсе изге вариҫтарыбыҙ булһын ине.  Үҙебеҙ ҙә, балаларыбыҙ кеүек Аллаһы Тәғәләнең юлында булып, ислам дине ҡушҡанса йәшәргә тырышайыҡ. Үҙебеҙҙең артыбыҙҙан рухтарыбыҙҙы шатландырып торорҙай, изге доға ҡылыусы балалар ҡалдырайыҡ. Ҡалған ғүмерҙәребеҙҙе тик изгелектә үткәрергә тырышайыҡ - тигән изге теләктәрен еткерҙе дини лагерҙың директоры, Йылайыр районы имам-мөхтәсибе Венер хәҙрәт Шәрипов. Уның изге теләктәренең тормошҡа ашыуын, өмөттәренең аҡланыуын теләп ҡалабыҙ.

Ата-әсәләр фекере:

Люциә Оморҙаҡова Әбйәлил районы Асҡар ауылы: Ялды матур итеп ойошторғандары өсөн, хәләл ризыҡ, яҡшы мөнәсәбәт һәм әлбиттә дини ғилем биреүсе мөслимдәргә һәм мөслимәләргә ҙур рәхмәт. Аллаһы Тәғәлә ике донъяһына өлгәштереп, тағы ла дәртләнеп киләһе йылдарҙа ла эшләргә насип итһен! Баллар менән эшләүе еңелдән түгел, сабырлығығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә хөрмәтле вожатыйҙар.

 Айҙар Йосопов Ырымбур өлкәһе Камейкино ауылы: Балаларҙың йәйге ялын файҙалы һәм күңелле итеп ойошторғандары өсөн вожатыйҙарға һәм был лагерҙы ойоштороуҙа үҙ өлөшөн индереүселәрҙең барыһына ла ихлас күңелемдән рәхмәт әйтәм. Ҡыҙҙарым Сафина менән Сәлимәгә ял бик ныҡ оҡшаған. Беҙ үҙебеҙ күрше өлкәнән һәм шунлыҡтан балаларым башҡорт телендә аралаша белмәйҙәр, шулай булыуға ҡарамаҫтан балаларым үҙҙәрен башҡа ял итеүсе балалар араһында кәм тоймағандар, ә киреһенсә тиҫтерҙәре менән уртаҡ тел табып, дуҫлашып та алғандар. 

Иҫәнбаева Мөнирә Йылайыр районы Сәләх ауылы: Төрлө мөхиттән йыйылған балаларҙың күңеленә юл табып, көнө-төнө улар өсөн яуаплы булыу әлбиттә әйтеп бөткөһөҙ сабырлыҡ талап итә. Аллаһҡа шөкөр, балалар матур ял иттеләр, яңы таныштар, дуҫтар таптылар, ғилемдәрен арттырҙылар. Лагерҙы ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Һезгә ғаилә именлеге, тыныс тормош, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, бәрәкәтле мул тормош насип булһын.

Фотолар Йылайыр мөхтәсибәтенән.

ИМАНЛЫ БУЛҺЫН БАЛАЛАР!
ИМАНЛЫ БУЛҺЫН БАЛАЛАР!
Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас