

Ҡамыр өсөн:
2 йомортҡа, 1 балғалаҡ тоҙ,1 балғалаҡ аш содаһы, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, ярты стакан көнбағыш майы, 100 грамдай иретелгән май, 2-3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, шул сама майонез, бер стакан йә стакан ярым (он күләменә ҡарап) йылы һөт, 1 стакан һыу, он.
Эслек өсөн ер еләген таҙартып ҡаймаҡ, шәкәр ҡушып, артыҡ иҙмәй генә болғатабыҙ.
Юғарыла һанап үтелгәндәрҙең барыһын бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫаһың да (ҡулға йәбешергә тейеш түгел), бер аҙға һыуытҡысҡа алып ҡуяһың. Табаға ҡамырҙы йәйеп, эсенә еләк һалып, өҫтөн ҡаплап, ситтәрен матур итеп семәрләп бөгөргә лә, уртаһын тишеп, эҫе мейескә ҡуйырға. Бәлеш тиҙ бешә, утыҙ-ҡырҡ минут тирәһе ваҡыт үтеп, өҫтө ҡыҙарғас, мейестәр алырға ла була. Ныҡ эҫе килеш ҡырҡырға ярамай, еләк һуты ағып бөтә. Шуға ла әҙерәк һыуынғанын көтөп, үткер бысаҡ менән генә матурлап киҫеп, ҡаймаҡ менән мәтрүшкәле сәй янына бирергә мөмкин.
Бәлеш тиҙ һәм еңел әҙерләнә, иң мөһиме – тәмле!