

4 июль көнө Йылайыр ауылы мәҙәниәт йортонда Йылайыр районының элекке хакимиәт башлығы Юнир Сәлим улы Вәлиевтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған «Үҙем яҙған яҙмыш» исемле яңы документаль фильмдың презентацияһы үтте.
Сара башында Юнир Сәлим улы фильм тураһында, үҙенең ХХ быуаттың туҡһанынсы йылдары аҙағында, XXI быуаттың беренсе ун йыллығында хакимиәт башлығы булып эшләгән дәүере тураһында һөйләп үтте.
Артабан район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илшат Рәшит улы Солтангәрәевҡа, ветерандар ойошмаһы рәйесе Надежда Ивановна Булавинаға, партия ойошмаһының элекке секретары Юрий Степанович Емельяновҡа һәм Юнир Сәлим улы менән бергә Йылайыр районының именлеге һәм үҫеше өсөн күп йылдар дауамында эшләгән башҡа етәкселәргә һүҙ бирелде.
Осрашыу һуңында сараға килеүселәр өсөн матур байрам концерты ойошторолдо һәм яңы документаль фильмды ҡарау бәхете тейҙе.