Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Йәмғиәт
9 Июля 2025, 05:43

Сәсегеҙ ҡойолмаһын тиһәгеҙ

Сәсегеҙҙе йыуыр алдынан бер сәғәт алда ошо ҡатнашманы һөртөгөҙ. 

Сәсегеҙ ҡойолмаһын тиһәгеҙСәсегеҙ ҡойолмаһын тиһәгеҙ
Сәсегеҙ ҡойолмаһын тиһәгеҙ

Аҙнаһына 1-2 ҡулланһағыҙ, бер айҙан уҡ сәстәрегеҙҙең сәләмәтерәк була барыуын, ҡойолоуы кәмеүен күрерһегеҙ. Ә ҡатнашма өсөн берәр ампула В6, В12 һәм С витаминдары...

2 аш ҡалағы кастор йәки дегәнәк майы, 2 аш ҡалағы бал ("мунса"ла йылытып алабыҙ) һәм 2 аш ҡалағы сәс өсөн бальзам кәрәк буласаҡ. Бөтәһен дә болғап, сәстәрҙең тамырынан башлап, бөтә оҙонлоғо буйлап һөртөргә, башҡа чепчик кейеп, "сауна эффекты" булдырып, уны таҫтамал менән урап ҡуйырға. 1 сәғәттән ҡатнашманы сәстән йыуырға.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас