Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Июль 2025, 05:58

Почтальон эше күп йүнәлешле

Почта хеҙмәткәрҙәренең эше бик яуаплы. Был хеҙмәт ни тиклем мәшәҡәтле булыуға ҡарамаҫтан был өлкәлә үҙ эшен яратып башҡарыусылар байтаҡ. Шундайҙарҙың рәтенә Матрай почта бүлексәһенә ҡараған бер нисә ауылдың почта хеҙмәткәрҙәре инә. Уларҙың барыһын да 13 июль көнө билдәләнәсәк һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!

Почтальон эше күп йүнәлешлеПочтальон эше күп йүнәлешле
Почтальон эше күп йүнәлешле

Заман үҙгәрҙе – асфальт юлдар, халыҡ та интернет, телефон аша ғына аралаша, тиерһегеҙ. Шулай ҙа ул, тик почтальондарҙың да эше хәҙер, киреһенсә, ҡатмарлашты. Шуға ҡарамаҫтан, был өлкәлә үҙ эшен яратып башҡарыусылар байтаҡ. Шундайҙарҙың рәтенә Матрай почта бүлексәһенә ҡараған бер нисә ауылдың почта хеҙмәткәрҙәре инә.
Почтаны һуңлатмай ғына таратҡан, эшенә яуаплы ҡараған апай-ағайҙар эшләй унда. Ауыл кешеләре, бигерәк тә ололар уларҙы көтөп кенә тора. Ҙурыраҡ ауылдарҙа халыҡ был хеҙмәт менән күберәк ҡулланһа, бәләкәй ауылдарҙа күбеһенсә оло быуын вәкилдәре өсөн почта хеҙмәте ҙур әһәмиәткә эйә.


Матрай ауылында урынлашҡан почта бүлексәһе етәксеһе Дилә Шәмсетдин ҡыҙы Заһиҙуллина – 13 йыл, Матрай ауылы халҡына гәзит-журналдар таратыусы Зөлфиә Вәлиәхмәт ҡыҙы Ғүмәрова – 7, Япарһаҙ, Иҫке-Яҡуп, Ҡамышүҙәк ауылдарын хеҙмәтләндергән Шәйхислам Нурислам улы Исламғолов – 15, Сәлим, Балапан һәм Сүртәнүҙәк ауылдары менән эшләүсе Регина Сергеевна Макаренко – 4, Байғужа һәм Бикйән ауылдары почтальоны Әлфинур Булат ҡыҙы Байғужина – 6 йылдан ашыу, Үрге Ғәле, Сидоровка ауылдарын хеҙмәтләндергән Венера Вәхит ҡыҙы Һеләүһенова – 33 йыл дауамында ошо һөнәргә тоғро ҡала.


– Ауылдарҙа халыҡ һаны кәмей барыуға ҡарамаҫтан элек-электән гәзит-журналдарҙы яратып уҡыған тоғро дуҫтарыбыҙ әле булһа ла уларҙы алдыра. Гәзит уҡыған кеше һәр ваҡыт бер һүҙһеҙ яҙыла ул. Бигерәк тә ололар баҫмаларҙы алдыра. Бик күп яңылыҡтар менән танышалар, кешеләр тураһында уҡыйҙар,– ти уларҙы өләшеүсе апай-ағайҙар.
Почта бүлексәләре шулай уҡ халыҡты төрлө тауарҙар менән тәьмин итә. Электр энергияһы, газ, һалымдар буйынса килгән квитанцияларҙы адрестарға өләшә һәм әллә күпме төрлө кәрәк-яраҡтар һатыу менән шөғөлләне. Халыҡ өсөн былар барыһы ла бик ҡулай.


Яуаплы хеҙмәткәрҙәр ауыл, биләмә һәм район сараларында ла бик теләп ҡатнаша. Һәр кемеһенең матур ҙа, ишле лә ғаиләләре бар.
Уларҙың тырыш хеҙмәте ярҙамы менән ауылдарға беҙҙең районкабыҙ ҙа таратыла. Яҙылыусылар һаны әлбиттә бик әҙ, шулай булыуға ҡарамаҫтан ошондай апай-ағайҙар булғанында, улар яратып башҡарған эштәре барҙа гәзитебеҙ ҙә йәшәйәсәк тигән өмөт бар.


Районыбыҙҙың барлыҡ Почта хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Һәм ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, именлек теләйбеҙ!

Фотолар шәхси архивтарҙан алынды.

Почтальон эше күп йүнәлешле
Почтальон эше күп йүнәлешле
Почтальон эше күп йүнәлешле
Почтальон эше күп йүнәлешле
Почтальон эше күп йүнәлешле
Почтальон эше күп йүнәлешле
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас