Ҡуйы, ҡарағат тәме сығып торған ҡаймаҡлы десерт килеп сыға.
Кәрәк буласаҡ:
ҡарағат (яңы йәки туңдырылған) — 500 г
ҡаймаҡ (30%-тан юғары) — 600 мл
ҡуйыртылған һөт — 1 банка
лимон — 1 шт.
Ҡарағатты әҙерләгеҙ, уны йыуығыҙ, туңдырылғанын иретегеҙ. Бер әҙерәген биҙәү өсөн ҡалдырығыҙ, ҡалғанын кәстрүлгә һалығыҙ.
Лимондың ҡабығын һыҙырып алығыҙ, һутын һығығыҙ. Барыһын да ҡарағатҡа өҫтәгеҙ, 30–40 мл йылы һыу ҡушығыҙ һәм әкрен утта 6–8 минут ҡайнатығыҙ.
Кәстрүлде уттан алығыҙ һәм емеште иләк аша үткәрегеҙ. Тәрән һауытта ҡаймаҡты ҡуйырғансы туғығыҙ, шунан ҡуйыртылған һөт ҡушығыҙ һәм шыйыҡ ҡатыҡ консистенцияһына еткәнсе туғыуҙы дауам итегеҙ. Емеш иҙмәһен ҡаймаҡ массаһына ҡушығыҙ һәм әкрен генә болғатығыҙ.
Ҡатнашманы тығыҙ контейнерға күсерегеҙ һәм кәм тигәндә 6 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Өҫтәлгә биргәндә туңдырманы ҡалған емеш менән биҙәргә мөмкин.
Сығанаҡ (источник): https://www.edimdoma.ru/news/posts/38230-domashnee-morozhenoe-iz-chernoy-smorodiny-na-sguschenke-poluchaetsya-prosto-vau