Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Июль 2025, 10:08

Плендан ҡайтарылған яугирҙы эҙләйҙәр

Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында яҡындарының янына ҡайтып етмәгән ул...

Плендан ҡайтарылған яугирҙы эҙләйҙәрПлендан ҡайтарылған яугирҙы эҙләйҙәр
Плендан ҡайтарылған яугирҙы эҙләйҙәр

Ринат Шәйхуллин улымдың минән башҡа бер туғаны ла юҡ, ата-әсәһе яҡты донъянан китеп барҙылар. Һуғышта ул пленға эләккәйне, ике ай самаһы элек тыуған илгә ҡайтҡан булырға тейеш. Ул үҙе Баҡалы районында йәшәй ине. Мин үҙем Көйөргәҙе районы Яңы Юл ауылында торам, 72 йәш инде миңә, әле ошо улымды уйлап үҙемде ҡайҙа ҡуйырға ла белмәйем, бәлки, һеҙ ярҙам итә алырһығыҙ, ул ҡайҙарҙа йөрөй икән?

Мәүлиҙә Саттарова.

Беҙ был һорау менән район хакимиәтенә сығабыҙ, "Ватанды һаҡлаусылар" фонды ла, бәлки, ярҙам итә алыр. Нисек булһа ла, беҙ Мәүлиҙә инәй Ринатының шат тауышын ишетер тип, ныҡ ышанабыҙ.

Сығанаҡ: https://youshatir.ru/news/i-tibar/2025-07-14/balamdy-e-l-yem-4312738 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас