Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Йәмғиәт
15 Июля 2025, 09:48

Беҙҙең районда «Аҫылташ» йәштәр форумы үтә

Форум «Илдең берҙәмлеге өсөн – берҙәмлек өсөн» проекты сиктәрендә бөгөн Һынташ ауылында башланды.

Беҙҙең районда «Аҫылташ» йәштәр форумы үтәБеҙҙең районда «Аҫылташ» йәштәр форумы үтә
Беҙҙең районда «Аҫылташ» йәштәр форумы үтә

Өс көн барышында республиканың иң әүҙем йәштәре яңы үрҙәргә ынтыласаҡ, үҙ таланттарын тормошҡа ашырасаҡ. Ҡатнашыусыларҙы бай белем биреү программаһы, берләшеү өсөн уйындар, билдәле артистарҙың сығышы көтә.
Шулай уҡ ҡатнашыусылар «Росмолодежь.Гранты» сиктәрендә үткәрелгән конкурста үҙ проекттарын яҡлаясаҡ. Яңы үрҙәр, яңы мөмкинлектәр һәм дуҫтар табырға килгән йәштәрҙе Йылайыр ере бик йылы ҡаршы алды.
Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған ҡыҙҙар һәм егеттәрегә уңыштар теләп ҡалабыҙ!


#асылташ2024 #аҫылташ #ФСГОРБ #РосмолодежьГранты #БашМолодёжь

 

Беҙҙең районда «Аҫылташ» йәштәр форумы үтә
Беҙҙең районда «Аҫылташ» йәштәр форумы үтә
Беҙҙең районда «Аҫылташ» йәштәр форумы үтә
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас