

Инвалид коляскаһында ултырған был мөләйем ҡыҙ республикабыҙҙа популярлыҡ яулаған блогер һәм инклюзия буйынса проекттар авторы ла икән.
- Былтыр форумда ҡатнашып “Асыҡ Башҡортостан видеоблогы” темаһына проект яҡланым һәм грант алыуға ирештем. Форумға килеүемдең дә төп маҡсаты тап шул проект ине. Быйыл иһә сараға үҙемде төрлө яҡтан үҫетерергә, яңы дуҫтар табырға, хозур тәбиғәт ҡосағында ял итеп ҡайтырға, тигән уй менән килдем. Һәм шуны ла билдәләп үткем килә, быйыл фестиваль үткән территорияла минең кеүек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн шарттар булдырылыуы бик ныҡ ҡыуандырҙы. Сара бик ойошҡанлы бара, йәштәрҙе шулай бер урынға туплап, ошондай матур форум үткәргән барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм, - ти Сулпан.