Егерменсе быуаттың барлыҡ ауырлыҡтарын үҙ иңендә татып үҫкән әсәйем кистәрен ҡул эштәре менән булып, үткән ваҡиғаларҙы, легендаларҙы һөйләй торғайны. Атайым менән әсәйем гәзит-журналдарға күпләп яҙыла торғайнылар. Фуаттың беренсе уҡытыусыһы Гөлшат апай Нәзирова уны киләсәктә уҡымышлы, күренекле кеше булыр ти торғайны. Фуат Матрай урта мәктәбен уңышлы тамамлап Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инде. Башланғыс белемде төплө итеп биргән уҡытыусыбыҙға ҙур рәхмәтлебеҙ. Мин тарих факультеты студенты булараҡ Тубәнге Сәлим ауылында бәләкәй генә ҡаҙыныу эштәре алып бара инем. Был эштә ҡустым Фуат менән Сәлмән, Рәхимйән Ярмуллиндар ҙа ярҙам итәләр ине. Уларҙың тарихҡа ынтылыштары ҙур ине. Фуатҡа атайыбыҙ иртә мәрхүм булыу сәбәпле, әсәйем менән ҡуша донья йөгөн дә тартырға тура килде. Күпләп мал аҫыраныҡ, ҡош-ҡорт көттөк. Бесән, утын әҙерләү балаларҙың төп бурысы булды. Студент йылдарында ике йыл Германияла Совет армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтты. Уҡып йөрөгәндә уҡ Башҡортостан тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһынды.
Университетты тамамлап ҡайтҡас 1989-1996 йылдарҙа туған мәктәбендә тарих фәненән уҡытты. 1995 йылда йәш тарихсы эҙләнеүҙәрен дауам итә, бронза (ҡула) быуатына ҡараған ауыл йәки боронғо йәшәү урыны таба һәм уны «Олайыр» тип атай. Шул уҡ йылда Башҡортостан Республикаһының фәндәр Академияһы үткәргән «Башҡорт энциклопедияһына» конкурсының лауреаты була. Фуат Мырҙағәле улы Түңгәүер хәрәкәтен башлап ебәреүсеһе лә булып тора. Башта ул Түңгәүер ырыуы тарихын өйрәнә, бик күп мәҡәләләр баҫтыра һәм үҙенә Түңгәүер ырыуы хәрәкәте булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. 1994 йылда ырыуҙаштары менән бергәләп Матрай ауылында ырыуҙың беренсе кесе ҡоролтайын үткәрәләр.
1996 йылда хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтына эшкә саҡыралар. 1998 йылда «XVIII быуат аҙағы – XIX быуаттың беренсе яртыһында башҡорт йорто» (русс. «Башкирский двор в конце XVIII – первой половине XIX веков») темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм уға тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһе бирелә, 2002 йылда доцент ғилми исемен ала. 2009-2017 йылдарҙа Сибай филиалының төп ғилми хеҙмәткәре булып эшләгән осорҙа ғына 5 монография, йөҙҙән ашыу мәҡәлә яҙып сығара, шәжәрә төҙөү менән булыша. Бөгөнгө быуындың ата -олаталары менән бәйләнеш булдырыуын маҡсат итеп ҡуя. Республикала үткәрелгән «Шәжәрә – 2014» конкурсының еңеүсеһе исеменә лайыҡ була. Тағы ла Фуат Мырҙағәле улы Матрай, Сәлим, Балапан, Ташҡурғы һәм башҡа ауылдарҙың тарихын яҙыусы, күп кенә Баймаҡ районы ауылдарының тарихына төҙәтеү индереүсе лә. Ул Атайсал кенәзенең һәм Сибай тархандың шәжәрәһен төҙөүгә лә өлгәште. Шулай уҡ Урал арьяғы башҡорттарының 1812 йылдағы Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары, башҡорт полктарының командирҙары тураһында архив материалдарын өйрәнеп яҙҙы. Уның ҙур әһәмиәткә эйә булған эҙләнеү эштәренең береһе булып яҡташыбыҙ ҡурайсы, артист, шағир, яҙыусы ғалим-филолог Зәбихулла Исҡужиндың (1911-1936) документтарын тергеҙеү, шәжәрәһен төҙөү тора. Шулай уҡ барыбыҙға билдәле булған Мөжәүир хәҙрәт Сиражитдиновтың биографияһын бәйән итте, архив материалдарына таянып бөрйән башҡорты, беренсе Дәүләт думаһы депутаты Шаһишариф Матинов тураһында «Башкиры – бурзяне: история рода и шежере Матиновых» исемле китап сығарҙы. Фуат Сөләймәновтың эҙләнеүҙәрен ҡулланып Бөрйән районында ҙур ғына байрам – «Матиновтар шәжәрәһе» үткәрелде.
Фуат Мырҙағәле улының күп эштәре Бөйөк Ватан һуғышы фронтовиктарына бағышланған. Яҡташтарыбыҙ яҙыусы-фронтовиктар Төхвәт Морат һәм Әмир Моратовтар тураһында ла бик бай материалдар бар. Уның Йылайыр ауылы тарихы, баҡыр иретеү заводы тураһындағы эштәре лә ҙур маҡтауға лайыҡ.
2019 йылда донъя күргән «Түңгәүер» китабында ла уның өлөшө бик ҙур. Бөгөн дә ул арымай-талмай эҙләнеүҙәр өҫтөндә эшләй. «Ватандаш» журналы лауреаты, 1997-2000 йылдарҙа Сибай башҡорттары ҡоролтайының рәйесе була. Ошо осорҙа Ҡоролтай үҙенең уставын ҡабул итә. Оҙаҡ йылдар ҡала Советы депутаты булып эшләй, бер үк ваҡытта Сибай ҡалаһының «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» рәйесе лә булып тора.
Ошо көндәрҙә Бөрйән ерендә Түңгәүер ырыуының VII йыйыны үтте.
Мәртәбәле йыйында түңгәүерҙәрҙең абруйлы вәкилдәре, республикабыҙҙың төрлө райондарында йәшәгән ырыуҙаштар ҡатнашты. Съезд барышында ҡорбашы Хөрмәтулла Үтәшев Түңгәүер ырыуының эшмәкәрлегенә байҡау яһаны һәм көн тәртибендә ҡараласаҡ һорауҙар менән таныштырҙы. Тарих фәндәре кандидаты Фуат Сөләймәнов ырыуҙарҙың тарихына күҙ йүгертеп, Түңгәүерҙәрҙең иң боронғо ырыу булыуы тураһында фәнни дәлилдәр килтерҙе. Съезд аҙағында делегаттар бер тауыштан Хөрмәтулла Ғаззали улын киләһе 5 йылға ҡорбашы итеп һайланы. Йыйындың штандарты Йылайыр районына тапшырылды. Ф.М.Сөләймәнов һәм Х.Ғ.Үәшев авторлығында «Түңгәүер ырыуы хәрәкәте тарихы» исемле китап донья күрҙе. Фуат ҡустыбыҙҙың тырыш хеҙмәте хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланды:
Бөтә донъя башҡорттары конгресының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2016), «Ватандаш» журналы лауреаты (2017) Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Маҡтау ҡағыҙы (2022) «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» (2023), тыуған яҡты өйрәнеүгә һәм Бшҡортостанда тыуған яҡты өйрәнеүҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн «Башҡортостан Республикаһының Почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе» исеменә лайыҡ булды.
Фуат ҡустыбыҙҙың доньяһы ла матур, киленебеҙ Салауат районы ҡыҙы филология фәндәре кандидаты, доцент Луиза Рәүеф ҡыҙы Сөләймәнова менән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙеләр. Улдары Урал теш табибы, Ильяс Ҡазан университеты студенты. Ҡыҙҙары Әлфиә ике ул һәм бер ҡыҙға һөйөклө әсәй.
Яҡыныбыҙ Фуат Мырҙағәле улы ошо көндәрҙә үҙенең матур байрамын билдәләне. Ир уртаһы –алтмыш, ти халҡым. Тормошта үткән юлға һығымталар яһап, бай тормош тәжрибәһе туплаған мәл киләсәккә яңы пландар ҡорор саҡ ҡына. Бөгөн ҡустыбыҙҙың эшләгән эштәре бик күп, ул үҙен иғтибарға, ихтирамға лайыҡ ир-уҙаман итеп күрһәтте.
Гөлйемеш ИБЕКӘНОВА.