Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
17 Июль 2025, 06:47

Йәштәргә ҙур өмөт бағлап

«Zа единство страны- Zа берҙәмлек” йәштәр фестивалендә  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Фәдис Сәғитов йәштәр менән осрашты һәм хәрби хеҙмәт, махсус операцияла ҡатнашыу тәжрибәһе, хәҙерге етәкселек эше һәм башҡалар хаҡында һөйләне.

Йәштәргә ҙур өмөт бағлапЙәштәргә ҙур өмөт бағлап
Йәштәргә ҙур өмөт бағлап

. Йәштәр иһә үҙ сиратында темаға ярашлы һорауҙар бирҙе һәм  төплө яуаптар алды. Ике арала уҙған һөйләшеү  йәнле, ойошҡанлы барҙы.

 

  • Дөрөҫөн әйткәндә аудиториянан бындай әүҙемлекте көтмәгәйнем. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан шундай төплө фекер йөрөтөүҙәре, киң даирәле булыуҙары хайран ҡалдырҙы. Уларға барлыҡ уй- хыялдарының  тормошҡа ашыуын, уҡыуҙарында, эштәрендә уңыштар теләйем. Был йәштәргә ҙур өмөт бар,  - тип билдәләне Фәдис Сәғитов  осрашыуҙан һуң.

    Әрме сафында танкист булып хеҙмәт иткән Фәдис, ғүмеренең ун йылын хәрби хеҙмәткә бағышлаған. Махсус хәрби операция башланғас, күп аҫыл ир-егеттәребеҙ кеүек Фәдис Сәғитов та илебеҙ һағына баҫа әммә яраланыу сәбәпле уға хәрби хеҙмәттән китергә тура килә. Тыуған төйәгенә ҡайтҡан яугирҙе ауылдаштары бер һүҙҙән ауыл советына депутат, ә депутатлыҡ буйынса коллегалары  рәйес итеп һайлай. Һуңынан инде Фәдис Риф улын Үркәс ауыл биләмәһенең башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай итеп яҡташыбыҙ әрме хеҙмәтен, муниципаль хеҙмәткә алыштыра һәм бөгөнгө көндә уңышлы эшләп йөрөй.

     Кисәге яугир  киләсәккә  ҙур пландар ҡороп йәшәй бөгөн. Күптән тугел ул «Башҡортостан Геройҙары» республика проектының финалсылары сафында билдәләнде һәм яҡын арала махсус уҡыуҙарға юлланасаҡ. Ә был инде икенсе тарих һәм беҙ ул турала гәзитебеҙҙең киләһе һандарында мотлаҡ һеҙгә лә һөйләйәсәкбеҙ.

Йәштәргә ҙур өмөт бағлап
Йәштәргә ҙур өмөт бағлап
Йәштәргә ҙур өмөт бағлап
Йәштәргә ҙур өмөт бағлап
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас