Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
8 Август 2025, 04:30

Батыр үҫтергән әсә

Фәүзиә Әхмәтдин ҡыҙына шылтыратып үҙе тураһында һөйләп ишеттереүен һорағас, шатланып риза булды. Бер юлы махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан уның «Зверь” позывнойлы улы менән дә һөйләшеү бәхете тейҙе.  – Күргәндәй ҙә булманым, ике аҙна һә тигәнсе үтте лә китте. Бер-ике сәғәттән юллана инде балам, – тип мине өйгә әйҙүкләне ҡаршы сыҡҡан Фәүзиә апай, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә...

Батыр үҫтергән әсәБатыр үҫтергән әсә
Батыр үҫтергән әсә

Фәүзиә Әхмәтдин ҡыҙы Атанбаева 1956 йылда Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуған.  Тыуған мәктәбендә 8 класты тамамлағас, артабан уҡыуын Сибай ҡалаһының һөнәрселек училищеһында дауам итә. Бында ул штукатур - маляр профессияһын алып сыға. Уҡыуын тамамлаған йәш белгес беҙҙең районға эшкә ебәрелә. Ун йыл Йылайыр ауылында урынлашҡан ПМК-ла штукатур-маляр булып, һуңынан икмәк бешереү, быйма баҫыу  цехтарында эшләй. 1992 йылда “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына күсә һәм ун туғыҙ йылға яҡын ашнаҡсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Үҙ яртыһын да ошонда таба Фәүзиә апай. Сөләймән Хөснулла улы менән ике улға ғүмер бүләк иткәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 31 йыл  элек ғаилә башлығы мәрхүм булып ҡала. Тормошондағы юғалтыуҙы оло сабырлыҡ һәм рух көсө менән күтәрә сабыр ханым. Малайҙарына тейешле тәрбә биреп, ел ямғыр тейҙермәй үҫтерә.

Ҡулынан килмәгән эше юҡ  Фәүзиә апайҙың. Ең һыҙғанып донъя көткән сос, етеҙ, егәрле ҡатын ул. Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмаларын, салаттарын оҫта итеп әҙерләгән, бәйләм бәйләүгә лә маһир Фәүзиә Әхмәтдин ҡыҙы уфтанып, ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел.  Бәйләй ҙә, тегә лә, тәҙрә тултырып гөл- сәскәләр ҙә ултырта. Йорт-ҡураһы ялт итеп тора. Һәр ерҙә таҙалыҡ, тәртип.

Бөгөн уның  ҙур өмөттәр бағлап, яратып үҫтергән улдарының береһе махсус хәрби операция зонаһында Ватанды һаҡлай.

  • Улым ғаиләбеҙҙә беренсе бала. Үҙенән һуң тыуған ҡустыһын ҡарашып, өй тирәһендә ҙур ярҙамсым булып үҫте. Бик теремек, шуҡ, бар нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан булды. Теле иртә асылды. Уҡыуы менән әллә ни айырылып торманы, насар ҙа өлгәшмәне. Мәктәпте тамамлағас, Мораҡта шоферҙар курсын тамамланы. Унан хеҙмәткә алынды, ҡайтҡас эшкә урынлашты. Өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, бына инде өсөнсө йыл шул яҡтарҙа, –тип дауам итте әсә өйгә ингәс.

«Зверь»  илдә өлөшләтә мобилизация башланғандан алып алғы һыҙыҡта. Водитель вазифаһында хеҙмәт итә. Ил һағына юлланғанға тиклем яугир тыуған ауылында бер хужалыҡта тракторсы булып эшләгән. Эшенә яуаплы ҡараған, ышаныслы  хеҙмәткәр  яу яланында ла  үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Быны уның ҡаһарманлығын баһалап бирелгән 2-се дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”,  Шайморатов һәм Суворов  миҙалдары раҫлай.

Әле ҡыҫҡа ваҡытлы отпускка хеҙмәт осоронда өсөнсө тапҡыр ҡайтыуы. Әсәһен, туғандарын, ауылдаштарын һағынып ҡайтҡан яугир һәр береһе менән осрашып, аралашып, күңелен бушатҡан. Ялының һәр бер көнөн файҙалы үткәрергә тырышҡан.

Форсаттан файҙаланып, үҙенә позывнойҙы нисек һайлауы хаҡында һорайым.

  • Ул ҡушамат миңә мәктәп йылдарынан тағылған. Мобилизацияланғас, хеҙмәт итәсәк батальонға күп кенә райондаштарым менән бергә эләктек. Күптәре менән танышмын һәм улар мине “Зверь” ҡушаматлы тип белгәнгә башҡа исем һайлап торманым, – ти был хаҡта ул.

Өйҙән килгән посылкалар, яҡташтарыбыҙ туплап ебәргән гуманитар ярҙам  хаҡында:

– Туған яҡтан шулай даими ярҙам килеүе беҙҙе  ҡыуандыра, ҡанатландыра. Балаларҙың яҙған хаттары рухыбыҙҙы күтәрә, уларҙы ҡат-ҡат уҡыйбыҙ, һаҡлап тотабыҙ,– тине яугир һәм барлыҡ ауылдаштарына, райондаштарына   оло рәхмәттәрен белдерҙе.

  • Тыуған ил саҡырған икән, тимәк, улдарыбыҙҙың урындары сафта. Иҫән-имен йөрөһөндәр. Барыһы ла яҡшы булыр, – тип һүҙен тамамланы әсә лә.

Эйе, иң мөһиме, донъялар тынысланып, ир-егеттәр имен-һау тыуған яҡтарына ҡайтһын. Барыбыҙҙың да изге теләктәре тиҙерәк ҡабул булһын!

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас