Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Сентябрь 2025, 10:43

1 сентябрь алдынан биш балалы ғаиләнең йорто янған

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғаилә башлығы ут сығыуын күреп ҡалған һәм төпсөк балаһын алып, башҡаларҙы иҫкәрткән. 

1 сентябрь алдынан биш балалы ғаиләнең йорто янған1 сентябрь алдынан биш балалы ғаиләнең йорто янған
1 сентябрь алдынан биш балалы ғаиләнең йорто янған

Ауырғазы районының Көйәҙебаш ауылында ишле ғаилә йәшәгән йортта янғын сыҡҡан.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғаилә башлығы ут сығыуын күреп ҡалған һәм төпсөк балаһын алып, башҡаларҙы иҫкәрткән. Барыһы ла тышҡа йүгереп сыҡҡан, бәхеткә, бер кем дә зыян күрмәгән.

Ваҡиға урынына Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Батыр ауыл советы янғын һүндереүселәре килгән. Янғын майҙаны 108 квадрат метр тәшкил иткән.

Янғын сәбәбе асыҡлана.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас